Былтыр республикала йорттарҙа газ ҡорамалдарының төҙөк булмауы арҡаһында 41 ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән, һөҙөмтәлә дүрт кеше һәләк булған, йәнә ун кеше зыян күргән.
Быйыл тәүге ике айҙа газ менән бәйле алты күңелһеҙ хәл күҙәтелгән, унда бер кеше һәләк булған, дүртәүһе ауыр йәрәхәт алған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында уҙғарылған брифингта ошо турала һөйләне.
– Һуңғы биш йылдағы ошондай хәл-ваҡиғаларға анализ статистиканың артыуын сағылдыра. 2016 йылда 30-ға яҡын фажиғә теркәлһә, былтыр иһә 41 ваҡиға булған, – тине ул.
Фото: bashinform.ru