Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Февраль 2023, 09:27

Өлкәндәргә льготалар бар!

Ташламалар һәм түләүҙәр хаҡында.

2023 йылда пенсионерҙар өсөн льготалар әүәлгесә федераль һәм төбәктәгеләргә бүленә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер саралар аҙ тәьмин ителгән пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнә (мәҫәлән, төбәктәге йәшәү минимумы кимәленә тиклемге социаль өҫтәмә).

 

Юл йөрөүгә льгота

 

Йәмәғәт транспортында өлкәндәр пенсия таныҡлығы буйынса льготанан файҙалана ала. Айырым төбәктәрҙә бындай ташламаға эйә булыу өсөн социаль яҡлау бүлегенән махсус талон алырға кәрәк. Ә ҡайһы бер төбәктәрҙә граждан башта юл хаҡын түләй, ә һуңынан аҡса­лата компенсация рәүешендә пенсияһына өҫтәмә ала.

Пенсионерҙар шулай уҡ поездарҙа һәм ҡала яны электричкаларында ташлама менән йөрөү мөмкинлегенә эйә. Йылына бер тапҡыр тимер юл транспортында шифаханаға тулыһынса бушлай барып ҡайтырға була. “Аэрофлот”, “S7 Airlines”, “Урал авиалиниялары”, “Алроса”, “Азимут” кеүек Рәсәй авиакомпаниялары самолеттарына пенсионерҙарға билеттар льготалы хаҡҡа һатыла.

Санкт-Петербургта, мәҫәлән, өлкәндәр ҡала йәмәғәт транспортында һәм метрополитенда юл йөрөүгә билетты ташлама менән (ошо маҡ­сатҡа айлыҡ аҡсалата түләү ҡаралған), ҡала яны автобустарына билетты 10 процентҡа осһоҙораҡ алыу, шулай уҡ ҡала яны электричкаларында бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙалана ала.

 

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса льготалар

 

Улар төбәк кимәлендә билдәләнә, шуға күрә бындай мәғлүмәтте үҙегеҙ йәшәгән би­ләмә, республика йәки өлкә хакимиә­тенең сайтында асыҡларға кәрәк. Рәсәйҙә иһә пенсионерҙарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләү буйынса түбәндәге льготалар бар:

l коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташлама;

l уларҙы түләүгә аҡсалата субсидия;

йортҡа газ үткәреүгә – 90 процентҡа, торлаҡты капиталь ремонтлауға 50 процентҡа тиклем компенсация;

l Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында өлкәндәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙә 50 процент ташламаға хоҡуҡлы.

 

Һалым ташламалары

 

Түбәндәгеләргә һалым һалынмай:

 

l пенсия түләүҙәренә һәм социаль өҫтәмәләргә;

l компаниялар һәм шәхси эшҡыуарҙар пенсионерға тапшырған дүрт мең һумға тиклемге бүләктәргә;

l пенсионерҙың күсемһеҙ милкенә – әгәр милектә фатир һәм шәхси йорт булһа, уларҙың икеһе лә һалымдан бушатыла, ә ике фатир булһа, уларҙың береһенә һалым түләргә тура килә;

l майҙаны алты сутыйға (600 квадрат метрға) тиклем булған ер биләмәһенә – әгәр уның май­ҙаны ҙурыраҡ булһа, һалым айырмаға түләтелә, мәҫәлән, пенсионерға һигеҙ сутый ер теркәлһә, уның алты сутыйына һалым һалынмай;

l шәхси транспортҡа (транспорт һалымы түләүгә ташлама төрлө төбәктәрҙә төрлөсә, ҡайһы бер ерҙә уның 100 процентҡа етеүе ихтимал).

 

Эшләп йөрөгән пенсионерҙар өсөн льготалар

 

Өлкәндәр эштән киткәндә хеҙмәткәр­ҙәрҙең башҡа категориялары өсөн мотлаҡ булған ике аҙнаны эшләмәҫкә, диспансерлаштырыу үтеү өсөн йылына түләүле ике көн, үҙенең иҫәбенә өс көн алырға хоҡуҡлы. Үҙ теләге менән эштән киткәндә  пенсионерға тейешле түләүҙәр эштән бушатылған көндә үк түләнә.

2023 йылда түләүҙәр

 

Быйыл пенсияның минималь күләме 12363 һум тәшкил итә. Унан тыш, граждандарҙың был категорияһы түбәндәгеләргә иҫәп тота ала:

l пенсия тупламынан бер тапҡыр бирелә тор­ған аҡсаға (пенсияға сыҡҡанда уны алмаһалар);

l балаға һәм тәрбиәлә булған кешеләргә түләнгән аҡсаға;

l социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына (2022 йылда уның күләме – 1313 һум, 2023 йылда ул 12,4 процентҡа индексациялана);

l 80 йәш тулғас, пенсияға өҫтәмәгә (7567,33 һум);

l өҫтәмә аҡсалата түләүгә.

Телгә алынған льготаларға эйә булыу өсөн пенсионер статусын раҫлаған доку­мент – пенсия таныҡлығын тәҡдим итергә кәрәк. Уны Эске эштәр министрлығынан йәки Пенсия фондынан алырға була.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: