Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Февраль 2023, 14:28

Әсә булырға ярҙам итәләр

Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлектән йонсой.

ru.dreamstime.com
Фото:ru.dreamstime.com

Былтыр Башҡортостанда 1814 ҡатын экстракорпораль аталандырыу (ЭКО) процедураһын Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды иҫәбенә бушлай эшләтә алды. Мотлаҡ страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был маҡсатта барлығы 231,84 миллион һум аҡса бүленгән.

Бөгөн ЭКО – ярҙамсы репродуктив технологиялар булышлығында ғаиләләргә һәм яңғыҙ ҡатындарға түлһеҙлек проблемаһын хәл итеү юлы. 2013 йылдан ул Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды иҫәбенә бушлай үткәрелә. 10 йыл эсендә Рәсәйҙә Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды иҫәбенә 615,9  мең ЭКО процедураһы атҡарылған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлектән йонсой. Төп сәбәптәрҙең береһе – әсә булыу ғәмәлен һуңға ҡалдырыу.

Әйткәндәй, ЭКО эшләтеү өсөн никахҡа инеү мотлаҡ түгел. Уға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала, тик уларға донор материал хаҡын түләргә тура киләсәк.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: