Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Февраль 2023, 10:11

Сәләмәтлек тураһында онотмағыҙ

Диспансерлаштырыуға көн бирелә һәм түләнә.

mdp2.ru
Фото:mdp2.ru

Диспансерлаштырыу үтеү – һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү тигән һүҙ, шуға күрә уны инҡар итмәгеҙ һәм был юҫыҡта ниндәй хоҡуҡтарығыҙ барлығы хаҡында белегеҙ.

Шулай итеп, хеҙмәткәрҙәр диспансерлаштырыу үткәндә:

l был көндәр өсөн түләнә;

l эш урыны (вазифа) һәм уртаса хеҙмәт хаҡы һаҡлана.

Ә бына был сара ваҡытында күпме көн бирелеүе хеҙмәткәрҙең йәшенә бәйле. Мәҫәлән, 39 йәшкә тиклемгеләргә – өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән пенсия алды йәшенә тиклем – йыл һайын бер көн, пенсия алды һәм эшләгән пенсионерҙарға – йыл һайын ике көн.

Диспансерлаштырыу ваҡытында эштән азат итһендәр өсөн ғариза яҙырға һәм етәксе менән кәрәкле көн тураһында алдан килешергә кәрәк. Ә аҙаҡ, был саранан һуң, эш биреүсегә медицина ойошмаһынан, әгәр был локаль норматив актта ҡаралһа, диспансерлаштырыуҙы раҫлаған белешмә тапшырырға кәрәк.

Үрҙә әйтелгән талаптар үтәлмәһә, Хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: