Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Февраль 2023, 16:40

Социаль башланғыстарға булышлыҡ итеү маҡсатында

Гранттарҙың икенсе конкурсына ғариза ҡабул ителә.

Социаль башланғыстарға булышлыҡ итеү маҡсатында
Социаль башланғыстарға булышлыҡ итеү маҡсатында

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды быйыл граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан Хөкүмәткә, коммерцияға ҡарамаған  республика ойошмалары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тураһында белдерә.

Ғариза тапшырыу 1 мартта башлана, конкурстың дөйөм бюджеты 163 миллион һум тәшкил итә, бер проект өс миллион һумға дәғүә итә ала. Сарала республика биләмәһендә теркәлгән һәм эшләгән, дәүләт теркәүе үткән көндән алып кәмендә бер йыл юридик берәмек булған һәм ойоштороусылары иҫәбенә дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары йәки асыҡ-хоҡуҡи берәмектәр инмәгән, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.

Улар халыҡтың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль яҡлау, уларға социаль ярҙам; ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам; мәҙәниәт һәм сәнғәт; тарихи иҫтәлекте һаҡлау; граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү; кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, шул иҫәптән хөкөм ителгәндәрҙең хоҡуғын яҡлау; һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт тормошто, физик культураны һәм спортты пропагандалау; фән, мәғариф; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхите булдырыу, хайуандарҙы һаҡлау; милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу кеүек йүнәлештәрҙең береһе буйынса Башҡортостан биләмәһендә проекттарын тормошҡа ашырырға тейеш.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ойошмалар 30 мартҡа көндөҙгө сәғәт 5-кә тиклем https://грантыглавы102.рф сайтындағы ғаризаны тултыра. Конкурстың положениеһы, проекттарҙың йүнәлештәре һәм тематикаһы, сарала ҡатнашыусыларға талаптар, грант биреү шарттары һәм тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайттағы “Конкурстар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Әйткәндәй, әлеге конкурс Президент гранттары фонды менән берлектә финанслана. Мәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды биш конкурс үткәрә. Уларҙың икеһе гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүгә, ҡалғандары республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, йәштәр сәйәсәтенә, кинематография өлкәһендәге социаль проекттарға булышлыҡ итеүгә ҡағыла.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: