

Ниндәй генә осор булмаһын, медицина хеҙмәткәрҙәренең иңенә һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ һалына. Байраммы, ялмы, улар – халыҡтың һаулығы һағында. Табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, ғөмүмән, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең иңенә кеше ғүмере өсөн оло яуаплылыҡ һалынған.
Ауылдарҙа иһә фельдшерҙар, ниндәй генә хәл-шарттар булыуына ҡарамаҫтан, тәүлек әйләнәһенә һәм йылдың һәр миҙгелендә ауырыуҙарға ярҙамға ашыға. Бөгөн республикала беренсе медицина-санитар ярҙамын 2 081 фельдшер-акушерлыҡ пункты тәьмин итә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халҡы 100-2000 булған биләмәләрҙә медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн модулле конструкциялар ҡуйыу һәм табиплыҡ амбулаториялары төҙөү эшен атҡара. 2019 – 2022 йылдарҙа республикала яңы 285 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән.
2023 – 2025 йылдарҙа тағы 286 фельдшер-акушерлыҡ пунктын хәҙерге заманға яраҡлаштырыу планлаштырылған. Быйыл 75 фельдшер-акушерлыҡ пунктын алмаштырыу ҡаралған. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә хәбәр иткәйне.
Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, “Кадрҙар барыһын да хәл итә” тигән әйтем көнүҙәклеген юғалтмай. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарҙың кадрҙар менән тәьмин ителешенә килгәндә, улар түбәндәгесә:
l 1926 фельдшер-акушерлыҡ пунктында – 100 процент тәьмин ителеш;
l 96 фельдшер-акушерлыҡ пунктында – 50-нән 99 процентҡа тиклем;
l 29 фельдшер-акушерлыҡ пунктында 50 процентҡа тиклем.
30 фельдшер-акушерлыҡ пунктында иһә хеҙмәткәрҙәр юҡ. Уларға беркетелгән халыҡҡа мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттары йәки яҡындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары хеҙмәткәрҙәре медицина ярҙамы күрһәтә.
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын яңыртыу федераль проектына ярашлы, фельдшер-акушерлыҡ пункттары медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Һуңғы ике йылда 5593 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған. Быйыл тағы 4233 медицина ҡорамалын һатып алыу планлаштырылған.
Әйткәндәй, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында түбәндәге медицина хеҙмәттәре күрһәтелә:
l госпиталдә дауаланыуға йүнәлтмә, студенттарға, уҡыусыларға белешмә алыу;
l анализдар тапшырыу;
l миҙгелдең йоғошло сирҙәренән вакцина яһау;
l хроник сирҙәр буйынса диспансер күҙәтеүе;
l диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үтеү;
l льготалы дарыуҙарға рецепт алыу.
Былтыр фельдшер-акушерлыҡ пунктында диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үткәреү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырылған: барлығы 8053 кеше үткән. Бынан тыш, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, фельдшерҙар һәм участка табиптары ҡатнашлығында күсмә мобиль комплекстарҙың эше ойошторолған. Планға ярашлы, көн һайын медицина ярҙамына мохтаж пациенттарҙы асыҡлау өсөн ихаталар буйлап ҡарау үткәрелә.
847 фельдшер-акушерлыҡ пункты интернет селтәренә һәм һаулыҡ һаҡлауҙың мәғлүмәт системаһына тоташтырылған. Әле фельдшерҙарҙы электрон һанлы ҡултамға менән тәьмин итеү тамамланыу өҫтөндә. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре булған пациенттарҙың үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында “Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәген файҙаланып ЭКГ-ны арауыҡта тапшырыу” пилот проекты тормошҡа ашырыла. Унда Нефтекама медицина округы һәм Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы ҡатнаша. Киҫкен коронар синдромға шик булған пациенттар төбәк йәки беренсе ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрелә.
Айһылыу НИЗАМОВА