Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Март 2023, 17:15

Баҡсасыларға сығымды өлөшләтә ҡаплайҙар

Был турала брифингта Егор Родин һөйләне.

Баҡсасыларға сығымды өлөшләтә ҡаплайҙар
Баҡсасыларға сығымды өлөшләтә ҡаплайҙар

28 февралдә газ үткәреү буйынса брифинг барышында Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин “зәңгәр яғыулыҡ”ты коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре участкаларына тиклем еткереү мәсьәләһенә лә ҡағылды.

Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге дөйөм файҙаланыуҙағы ерҙәр уртаҡ коллектив милекте тәшкил итә, шуға күрә газ үткәреүгә бөтә сығымды ширҡәт ағзалары үҙ иңенә алырға тейеш.

– Газды баҡсасылар берләшмәһе еренең сигенә тиклем генә бушлай үткәрәләр, төп шарт – был биләмәнән иң күбе 200 метр алыҫлыҡта тейешле ҡеүәткә эйә булған газ торбаһының үтеүе, – тине Егор Родин.  

Уның билдәләүенсә, 2021 йылдың июнендә Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәренә дәүләт ярҙамын күрһәтеү тәртибе ғәмәлгә индерелде. Ул биләмәләрҙе инженерлыҡ йәһәтенән тәьмин итеүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға республика ҡаҙнаһынан субсидия бүлеүҙе күҙаллай.

– Был программа республика Ауыл хужалығы министрлығы даирәһе буйынса тормошҡа ашырыла. Баҡсасылыҡ ойошмаһы ағзаларына үҙ ширҡәтенә газ үткәреү буйынса ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеү өсөн ошо документ менән танышырға кәрәк, – тип һүҙен йомғаҡланы Егор Родин.

Ер бүлеменә тиклем газды еткереүгә һәм сертификат алыуға бәйле һорауҙар менән күп функциялы үҙәк бүлексәһенә йәки урындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: region-servis.fis.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: