Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Март 2023, 13:30

Ер участкаһы урынына – аҡса

Март башында Ҡырмыҫҡалы районында барлығы ете ғаилә ошондай сертификат алған.

Ер участкаһы урынына – аҡса
Ер участкаһы урынына – аҡса

Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә милеккә бушлай ер бүлеү урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер тапҡыр аҡсалата түләү биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

Уға ярашлы, аҡса күләме 250 мең һум тәшкил итә һәм исемләнгән таныҡлыҡ рәүешендә өс йылға тапшырыла. Уны фатир, бүлмә, шәхси торлаҡ йорт һатып алғанда иғәнә итеп файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ шәхси йорт һалырға, ипотека түләргә, ер участкаһы һатып алырға ла була.

Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Ҡырмыҫҡалы ауылынан Динара Әхмәтоваға 250 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Ҡатын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләй һәм ер участкаһы урынына аҡса алырға тигән ҡарар ҡабул иткән. Ә был сумманы ғаилә әҙер торлаҡ һатып алыуға йәки ипотека буйынса бурысты ҡаплауға тотона ала.

Март башында Ҡырмыҫҡалы районында барлығы ете ғаилә ошондай сертификатҡа эйә булған. Уларҙың барыһы ла 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем ер участкаһын алыу хоҡуғы булған ғаилә булараҡ сиратҡа торған.

Фото: admkarm.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: