Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Март 2023, 14:49

Әгәр сиратта торһағыҙ...

malodeneg.com
Фото:malodeneg.com

“Башҡортостанда күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр закон буйынса тейешле бушлай ер участкаһы урынына аҡса алыу мөмкинлегенә эйә, тип ишеткәйнем...

 

Ф. МИҺРАНОВА”.

 

– Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә милеккә бушлай ер бүлеү урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер тапҡыр аҡсалата түләү биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Уға ярашлы, аҡса күләме 250 мең һум тәшкил итә һәм исемләнгән таныҡлыҡ рәүешендә өс йылға тапшырыла. Уны фатир, бүлмә, шәхси торлаҡ йорт һатып алғанда иғәнә итеп файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ шәхси йорт һалырға, ипотека түләргә, ер участкаһы һатып алырға ла була. Тик бер шарт бар – күсемһеҙ милек Башҡортостан биләмәһендә урынлашырға тейеш.

Бының өсөн, ҡайҙа сиратҡа тороуы­ғыҙға ҡарап, Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йәки урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: