Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Март 2023, 21:10

Медицина ойошмаларына яңы техника асҡыстары тапшырылды

Максим Забелин әйтеүенсә, был - эштең башы ғына.

Медицина ойошмаларына яңы техника асҡыстары тапшырылды
Медицина ойошмаларына яңы техника асҡыстары тапшырылды

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә медицина тәғәйенләнешендәге автомобиль асҡыстарын тапшырыу тураһында хәбәр итте.

“Яңы автомобилдәр төпкөл биләмәләрҙә, ҡатмарлы юл шарттарында эшләүгә иҫәпләнә. Был -эштең башы ғына. Башҡортостан артабан да медицина учреждениеларын юғары кимәлдә йыһазландырылған техника менән тәьмин итәсәк”, – тип яҙған ул.

Фото: vk.com/zabelinm (видеонан скриншот)

Сығанаҡ: vk.com/zabelinm

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: