Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Март 2023, 22:30

Башҡортостандың иң йәш әсәһенә... 14 йәш!

Ә иң өлкәненә?

Башҡортостандың иң йәш әсәһенә... 14 йәш!
Башҡортостандың иң йәш әсәһенә... 14 йәш!

Башҡортостандың иң йәш әсәһенә нисә йәш тип уйлайһығыҙ? 2022 йылда бала тапҡан иң йәш ҡатынға ни бары 14 кенә булған. Был турала Башстат мәғлүмәттәренә таянып UfaTime.ru сайты хәбәр итә.

Статистика ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 14 -17 йәшлек ҡыҙҙарҙың йәмғеһе 202 балаһы тыуған. Ә республикала иң өлкән бала тапҡан әсә тип 55 йәштән ҡатын-ҡыҙ теркәлгән.

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 36,2 меңдән ашыу сабый: 18,6 мең малай һәм 17,6 мең ҡыҙ тыуған. Төбәктә тыуым күрһәткесе 8,2 процентҡа кәмегән.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: