Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Март 2023, 12:00

Ауырыу улын дауаларға шарттар булмағас...

Әсә кеше үҙе тотонған!

Ауырыу улын дауаларға шарттар булмағас...
Ауырыу улын дауаларға шарттар булмағас...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтан аутизм менән сирләгән балаларҙы дауалау үҙәге хаҡында яҙҙы. Үҙәк туғыҙ грант, шул иҫәптән республика Башлығы гранты ярҙамында эшләп килә.

“Ике йыл элек Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Светлана Котлярова үҙенең улын дауалау өсөн тейешле шарттар таба алмағас, уларҙы үҙе булдырырға тотона. Бер юлы аутизм менән сирләгән башҡа балаларға ла ярҙам күрһәтергә ҡарар итә.

“Аныҡ аҡыл балҡышы” үҙәге 2021 йылдан алып эшләй. Светлана үҙе бина таба, ҡорамал һатып ала, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта. Бөгөн үҙәктә 13 белгес эшләй, шул иҫәптән психологтар, дефектологтар, физик культура буйынса белгес, нейропсихологтар һәм арт-терапевтар.

Бында шулай уҡ коррекцион белем биреү усаҡтары вәкилдәре өсөн төрлө уҡытыу-семинарҙар ҙа ойошторола. Бөгөнгә 140 бала абилитация үткән, 35 бала былтыр йәйге ял лагерында һаулығын нығытҡан”, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Әйткәндәй, 2022 йылда үҙәктә “Ҡулда - ҡул” тигән проект булдырылған. Уның буйынса көршәк яһау оҫтаханаһы эшләй башлаған. Проект республиканың Гранттар фонды ярҙамында барлыҡҡа килгән. Оҫтаханала балалар балсыҡтан, ағастан (көйҙөрөп) әйберҙәр яһай.

“Светлана Котляроваға һәм уның коллегаларына уңыштар теләйем. Изге эш башҡараһығыҙ!

Шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар республиканың гранттар конкурсына 30 мартҡа тиклем заявка тапшырып өлгөрә алыуы хаҡында ла иҫкә төшөрөп үтәм. Барлыҡ мәғлүмәт: грантыглавы102.рф һылтанмаһы буйынса”, - тип өҫтәгән яҙмаһына республика Башлығы.

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

Ауырыу улын дауаларға шарттар булмағас...
Ауырыу улын дауаларға шарттар булмағас...
Ауырыу улын дауаларға шарттар булмағас...
Ауырыу улын дауаларға шарттар булмағас...
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: