Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Март 2023, 15:00

Мәжбүри күсеп килгәндәргә - дәүләт ярҙамы

Һүҙ - Херсондан килгәндәргә торлаҡҡа сертификат һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡында.

Мәжбүри күсеп килгәндәргә - дәүләт ярҙамы
Мәжбүри күсеп килгәндәргә - дәүләт ярҙамы

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә сираттағы кәңәшмә үтте. Унда Херсон ҡалаһы һәм Херсон өлкәһендәге даими йәшәү урынынан күсеп китергә мәжбүр булғандарға торлаҡ алыуға түләүҙәр тураһында ла һөйләштеләр.

Премьер-министр Башҡортостанда был категорияға ҡараған граждандарға ярҙам күрһәтеү буйынса эштең дауам итеүе хаҡында әйтте. Былтыр милек алыу өсөн бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр һәм социаль түләүҙәр тәртибе раҫланды. Бөгөнгә 92 ғариза килгән. Уларҙың 50 проценттан ашыуы – торлаҡ сертификаты биреүгә.

"Финанслау Биләмәләр үҫеше фонды иҫәбенә атҡарыласаҡ. Дөйөм суммаһы 104 миллион һумлыҡ 31 дәүләт торлаҡ сертификаты сығарылды ла инде. Өҫтәүенә 100 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға 31 ыңғай ҡарар ҡабул ителде", - тине Андрей Назаров.

Дәүләт ярҙамын күрһәтеү тураһында тулыраҡ республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин хәбәр итте.

"Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына Херсон ҡалаһы һәм Херсон өлкәһендә йәшәгәндәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү төбәк программаһын тормошҡа ашырыу ваҡытын контролдә тотоуҙы тәьмин итергә", - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ошо хаҡта яҙҙы. 

Фото: https://vk.com/agnazarov?z=

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: