Был ғәжәп ғаилә менән танышыу йәшәүҙең ни ҡәҙәре матур ҙа, ҡатмарлы ла, тылсымлы ла икәнен тағы бер иҫбатлай. Эргәңдә һин тип йән атып торған, үҙеңде аңлаған, баһалаған, шул ҡәҙәре яратҡан кешеләрҙең күп булыуы бәхетте сағыу төҫтәргә мансый, тормошто ҡабатланмаҫ мөғжизә итеп ҡабул итергә өйрәтә. Балтас районынан 13 бала тәрбиәләнгән ғаилә – Альбина менән Винер Хәйҙәршиндәрҙең ғаиләһе менән танышҡас, ошондай кисерештәр солғанышында ҡалаһың. Альбина Рәйеф ҡыҙы – республикабыҙҙан беренсе булып “Герой-әсә” исеменә лайыҡлы, дәүләтебеҙ етәксеһе В.В. Путин ҡулынан орден алған һоҡланғыс әсә.
Әсәй кешегә өй эсендә һигеҙ түгел, әле бер-ике генә бала булғанда ла, донъяны танып белеү менән мәшғүл кескәйҙәргә күҙ-ҡолаҡ булып, арттарынан йыйып ҡына өлгөр! Хәйҙәршиндәрҙең иркен ихатаһындағы тәртип, ҙур йортонда ла бер генә ҡыйыш ятҡан нәмәне лә күрмәү, хатта уйынсыҡтарҙың да туҙырашып ятмауы тәү мәлдә ғәжәпкә лә ҡалдыра. Эйе, тәү мәлдә генә. Унан инде был оло ғаиләлә электән килгән, рәткә һалынған тәртип бар икәнен, һәр кемдең иңендә ҡулынан килерлек кенә, һис ауырһынмай башҡара торған бурыс барын төшөнәһең дә, һоҡланып ҡуяһың. Ғаилә башлығы менән әсә кешенең тырышлығы, үҙ тәжрибәһенән сығып ҡоролған тәрбиә алымдары ифрат ҙур ғаилә ағзаларының көнкүрешен еңеләйтә, өй эсендәге мөхиттең сәләмәт булыуын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ихласлығын, йылылығын булдыра.
Бында һәр нәмә тәртиптә, өҫ кейемдәренең, хатта аяҡ кейемдәренең – үҙ “бүлмәһе”, үҙ урыны. Өлкәнерәк балалар һәр кеме – әсәһенең ярҙамсыһы, йорт эсендәге тәртиптең, теүәллектең “һаҡсыһы”. Балалар үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, әсәләренә уларҙы ҡат-ҡат иҫкәртеп тороу кәрәкмәй. Альбина Рәйеф ҡыҙы әйтеүенсә, ҙур ғаиләлә ҡайһы саҡта кемдеңдер кәйефе лә булмай китә, ниндәйҙер көйһөҙлөк тә килеп сыға, әммә был мәлдәр йылы һүҙ, түҙемле мөнәсәбәт менән яйға һалына килә.
Әсә кешенең яңы көнө ныҡ иртә башлана. Ҙурҙарын уятыу, мәктәпкә йыйындырып оҙатыу, бәләкәйҙәрен балалар баҡсаһына алып барыу, унан өйҙәге эштәр менән булышып, төшкө аш әҙерләгәнсе, кемеһендер барып алырға, түңәрәккә илтеп ҡалдырырға ваҡыт килеп тә етә.
Ғаилә башлығы Өфөлә эшләй, яҡындары уны ял көндәрендә генә күрә, әммә ғаиләһенең һәр аҙымы, балаларҙың уҡыуы, тәртибе – атай кешенең даими күҙәтеүе аҫтында. “Һәр саҡ элемтәләбеҙ, атайыбыҙ менән кәңәшләшмәйенсә бер ни ҙә башҡарылмай”, – ти Альбина. Кемдәндер көтөп ултырып булмай, шуға ла ул инде күптән “тимер ат” менән дуҫлашып алған. Кемдер мәктәптән ҡайтып инә, ә кемдер түңәрәккә сығып китә – ҙур ғаиләлә туҡтауһыҙ хәрәкәт, күңелле мәшәҡәт. Кесе Хәйҙәршиндәрҙең, мәктәптә уҡыуҙан тыш, һәр төрлө өҫтәмә шөғөлө бар. Айнур, мәҫәлән, бейей, робототехника түңәрәгенә йөрөй; Инзилә лә бейеү менән мауыға, Айзилә менән икеһе рәсем төшөрөү һабаҡтарын да ала; Айгүзәл дә бейеүгә яратып өйрәнә, Нурсилә иһә – йырсы. Кискә табан инде өйҙә шылт иткән тауыш та булырға тейеш түгел – Наҙгөл менән Айгүзәлдең гимнастика буйынса онлайн-дәресе башлана. Бына шулай, балаларҙы һәр яҡлап үҫтерер өсөн заманса технологиялар ҙа ситтә ҡалмай.
Оло ғаиләлә үҫкән биш өлкән бала инде үҙаллы. Баш бала Элита хәҙер үҙе ике балаға әсәй. Ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында йәшәй. Артур аграр университетта уҡып сыҡҡан, әле нефть университетында ситтән тороп белем ала, атаһы менән бергә эшләп йөрөй. Әлмир ҙә нефть университетында юғары белем алған, әрме сафында ла булып ҡайтҡан, хәҙер Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Айгизде талантлы йырсы итеп тә беләләр, ул – Өфөлә музыка, ә Айназ автотранспорт колледжында уҡыйҙар.
Өйҙәге һигеҙ баланың да ҙурҙары һәр саҡ шөғөл өҫтөндә. Шуғалыр ҙа, бөтә ғаилә бергә йыйылып төшкән фотоһүрәт тә тапмаҫһың хатта.
Ҙур ғаиләнең йәй көндәре лә бушҡа үтмәй, ял да, эш тә бергә үрелеп бара. Хеҙмәт тәрбиәһе алып, ваҡыттың ҡәҙерен белеп үҫкән балаларҙың тормошта юғалып ҡалмаҫына тамсы ла шик юҡ.
Дәрестәр, түңәрәктәр, ҙур хужалыҡ, өй мәшәҡәттәре, оло ғаиләгә ризыҡ әҙерләү – барыһына өлгөрөр өсөн тәүлектең 24 сәғәте лә етмәгән кеүек тойолған саҡтар булалыр, әммә Альбинаның балалары менән тыныс мөғәмәләһе, уларҙы ойоштора белеүе көнкүреште яйға һалырға ярҙам итә. Йөҙ мәшәҡәт араһында ҡыуаныстары ла килеп тора, шуға ла ул барыһына шөкөр итә белә. Бына аҙнанан ашыу илебеҙҙең баш ҡалаһында булғанында, әсә һөтөнән айырылып торған кескәй Байрас – 11 айлыҡ сабыйы, әсәһе ҡайтып инеү менән, тәпәй баҫып киткән – мөғжизә түгелме ни шул! Бәләкәс – Хәйҙәршиндәр өйөнөң йәме, апай-ағайҙарының ҡыуанысы. Бәхетегеҙ түңәрәк кенә көйө торһон, тип теләп, был һоҡланғыс ғаилә менән хушлашып торабыҙ.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА
Балтас районы