Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Март 2023, 15:52

Белгәндең күңеле тыныс

Күршеңдең бурысы өсөн һин яуаплы түгел

Көндәлек мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ҡайһы бер ҡыҙыҡлы һәм файҙалы факттарҙы белеү ярҙамға килер. Айырыуса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылған һорауҙар ҡатмар­лы. Мәҫәлән, киң таралған уйҙырмаларҙың береһе – йортта йәшәүселәрҙең береһе фатир өсөн түләмәһә, уның бурысы башҡа намыҫлы милек хужалары араһында тигеҙ рәүештә бүленә. Был хәбәр һис тә дөрөҫ түгел. Күршеңдең сығымы – ул бары күршеңдеке, уның бурысы һеҙҙекенә инмәй. Һеҙ дөйөм йорт сығымдары өсөн генә (ОДН) түләйһегеҙ. Подъездарҙа янған ут, иҙәндәрҙе йыуыу өсөн һәм йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек мәлендә тотонолған һыу һәм башҡа сығымдар өсөн... Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәр фатирҙар араһында күпме майҙан биләүенә ҡарап билдәләнә. Тағы ла шуныһы: әгәр фатир хужаһы счетчиктар күрһәткесен дөрөҫ яҙмаһа, мәҫәлән, биш куб өсөн түләү урынына бары бер куб өсөн генә түләһә, ҡалған дүрт куб мотлаҡ дөйөм йорт ихтыяжы өсөн китәсәк. Шуға күрә идарасы компаниялар счетчиктар торошон даими тикшереп торорға тейеш.

 

Ямғыр яуғанда асфальтты ниңә йыуҙыралар?

Ямғыр ҡойоп яуғанда коммуналь ма­шиналарҙың ҡала урамдарын йыуҙырыуын күреп аптырайһың. Социаль селтәрҙә лә йыш ҡына ҡулланыусылар бәхәсләшә, ғәжәпләнә, ризаһыҙлығын белдерә.

Баҡһаң, был бик дөрөҫ ғәмәл икән! Һыу һиптереү машинаһы водителенең эш көнө дауам иткәнгә түгел, ә юлдар таҙа булһын өсөн шулай эшләнә. Ямғыр бөтә туҙанды һәм бысраҡты асфальтҡа һылай, ә һыу ағымы уларҙы юл ситенә ҡыуҙыра.

 

Тынлыҡты кем боҙа?

 

Башҡортостанда, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, 23 сәғәттән һуң иртәнге ете сәғәткә тиклем, ә ял һәм байрам көндәрендә туғыҙ сәғәткә тиклем тауышланыу тыйыла. Әгәр ремонт үткәрәһегеҙ, дрель, перфоратор менән эш итәһегеҙ, йөк та­шыйһығыҙ икән, 20 сәғәткә тиклем генә тауышланырға мөм­кин. Ремонт эш­ләүселәр өсөн тағы ла бер мөһим сикләү – 13 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем мотлаҡ тынлыҡ сәғәте булдырыла. Был төҙәтмәне депутаттар йортта йәшәгән сабыйҙар көндөҙ йоҡлай алһын өсөн ҡабул иткән. Тик был ҡағиҙә йыл ярымдан “ҡартыраҡ” йорттарға ғына ҡағыла. Яңы сафҡа индерелгән йорттарҙа “тынлыҡ сәғәте” юҡ.

 

Майҙанға ҡарап, тауыш иҫәпләнә

 

Йорт менән идара итеү буйынса юғары орган – идарасы компания начальнигы ла, йорт буйынса һайлап ҡуйылған яуаплы етәксе лә түгел, ә фатир хужаларының йыйылышы. Тик уның ҡарары менән генә насар эшләгән идарасы компаниянан ҡотолорға, яңыһын һайларға, сүп үткәргестәрен ябырға йәки “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу өсөн заявка бирергә мөмкин.

Йыйылышта тауыштарҙы фатир һанына һәм унда теркәлгән кеше иҫәбенә ҡарап түгел, ә квадрат метрҙар буйынса иҫәпләйҙәр. Мәҫәлән, йорттоң дөйөм майҙаны 10 000 квадрат метр, тимәк, ҡарар ҡабул итеү өсөн дөйөм майҙаны 5 001 квадрат метр булған фатир хужаларының тауышын йыйырға кәрәк. 25 квадрат метр майҙан тәшкил иткән бер бүлмәле фатир хужаһы 25 тауышҡа эйә, ә кемдең фатиры 100 квадрат метр – 100 тауыш тигән һүҙ. Фатир хужалары бер нисәү икән, майҙан бөтәһенә бүленә.

 

Түләргә аҡсаң етмәһә...

 

Финанс ауыр­лыҡтары арҡа­һында коммуналь хеҙмәттәргә түләй алмаған ғаилә йәки граждан субсидиянан файҙалана ала. Иҫәптең бер өлөшөн һеҙҙең өсөн дәүләт түләй. Заявканы бары аҙ килемлеләр генә бирә ала, тип уйламағыҙ. Әгәр түләүҙәр ғаиләнең йәки граждандың дөйөм килеме өлөшөнән арта икән, субсидия алырға мөмкин. Мәҫәлән, түләүҙәр күп балалы ғаиләләрҙең дөйөм килеменең 13 процентын тәшкил итһә, яңғыҙ йәшәгән 70 йәштән өлкән граждандар килеменең – 16, яңғыҙ йәшәгән 60 йәштән өлкән ир-ат һәм 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымы 18 проценттан ашһа, субсидия алырға мөмкин. Башҡаларҙың субсидиянан файҙалана алыуы өсөн түләүҙәр килемдең 20 процентын тәшкил итергә тейеш. Ғаиләнең уртаса дөйөм килемен иҫәпләү өсөн һуңғы айҙағы бөтә килем сығанаҡтарын бергә ҡушып, алтыға бүлергә кәрәк. Һеҙҙең менән бергә фатирҙа теркәлгән ғаилә ағзаларының бөтә килемдәре иҫәпкә алына. Документтарҙы социаль хеҙ­мәтләндереү йәки күп функциялы үҙәктәргә илтергә кәрәк.

Боҙбармаҡтар өсөн кем яуаплы?

 

Оло юлдарҙың таҙалығы өсөн урындағы хакимиәт яуап­лы, йорт эргәһендәге юлдар, ҡыйыҡтар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һеҙҙең идарасы компания ҡарамағында. Ә бына балкондар һәм уларҙың ҡыйыҡтары – фатир хужалары яуаплылығында. Әгәр фатир ҡыйығынан боҙбармаҡтар йәки ҡар ҡатламы кемдеңдер өҫтөнә төшһә, фатир хужаһы яуап бирәсәк.

 

Бурысты коллекторҙарға тапшырмайҙар

 

Рәсәйҙә 2019 йылдан граж­дан­дарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстарын коллектор агентлыҡ­тары­на тапшырыу тыйылды. Кредиттар өсөн бурыстарҙы уларға тапшырыу мөмкин булһа ла, йылылыҡ йәки һыу өсөн түләнмәгән бурыстар улар иңенә һалынмай. Әммә был фатир өсөн йылдар буйы түләмәй йәшәргә була тигәнде аңлатмай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары­ның был осраҡта утты һүндерергә һәм һыуҙы ябырға, ә канализацияға тығын ҡуйырға хаҡы бар. Приставтар коллектор түгел, улар кисен һеҙгә килеп маҙаһыҙламаясаҡ, туғандарығыҙға шылтыратып йонсотмаясаҡ, хаттар яуҙырып тормаясаҡ. Улар бары һеҙҙең сит илгә сығыуығыҙҙы тыясаҡ, банктағы иҫәбегеҙҙән аҡсағыҙҙы аласаҡ, автомобилегеҙҙе һатасаҡ. Тимәк, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләргә тырышырға кәрәк.

 

Контейнерға нимәне һалмайҙар?

 

Ҡайһы бер әйберҙәрҙе сүп-сар кон­тейнерҙарына һалыу тыйыла. Төҙөлөш ҡалдыҡтары (бетон, кирбес, штукатурка, сантехника, иҙән япмаһы, тәҙрә рамы һ.б), ағас ботаҡтары, мотор майы, автомобиль шиндары, градусниктар – шулар иҫәбендә. Бындай сүп-сарҙан ҡотолоу өсөн ҡалдыҡтар менән эшләү буйынса лицензияһы булған ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар һеҙҙең сүп-сарҙы сығарып, тейешлесә утилләштерәсәк.

Йорт йыһаздарын, ваҡ ремонт ҡалдыҡ­тарын, ватылған көнкүреш техникаһын һәм башҡа эре әйберҙәрҙе габаритлы предметтар өсөн әҙерләнгән махсус майҙанға сығарығыҙ, бункерҙарға һалығыҙ. Әгәр бындай майҙан һеҙҙең йорт янында юҡ икән, үҙегеҙҙең идарасы компанияһына заявка бирегеҙ. Баш ҡалала ваҡытында сығарылмаған сүп-сар тураһында ялыу менән электрон сервисҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: