“Әгәр фатир һатып алғандан һуң, бинаның элекке хужаһының капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе түләмәүе асыҡланһа, бурысты кем ҡайтарырға тейеш?” - был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Күп ҡатлы йортто капиталь ремонтлауға сығымдарҙы түләү буйынса бурыс, фатирға милек хоҡуғы барлыҡҡа килгәндән һуң, барлыҡ
бина хужаларына ҡағыла. Милеккә хоҡуҡ яңы фатир хужаһына күскәндә элекке фатир хужаһының капиталь ремонтҡа сығымдарҙы түләү буйынса үтәлмәгән йөкләмәһе лә күсә (РФ Торлаҡ кодексының 158-се статьяһы).
Ябайлаштырып әйткәндә, әгәр кеше фатир һатып алғанда капиталь ремонтҡа иғәнәләр буйынса бурыстың түләнеүен асыҡламаһа, яңы йорт хужаһы уны үҙ иҫәбенә ҡаплаясаҡ. Фатир һатып алыусы документтарҙы рәсмиләштергәнгә тиклем һатыусынан торлаҡҡа капиталь ремонт өсөн бурыстың булыу-булмауын белешергә тейеш. Иғәнәләрҙең түләнеүенә ышаныу өсөн түләнгән квитанцияларҙы үҙенә күрһәтеүен һорай ала.
Фото: РБК Недвижимость.