Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Март 2023, 13:02

Маҡсатлы ынтылышты заман ауырлығы ҡурҡытмай

Былтырғы эш йомғаҡтары.

media.ru
Фото:media.ru

Өфөлә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының 2022 йылғы эш йомғаҡтары һәм 2023 йылғы бурыстарға арналған киңәйтелгән ултырышы үтеүе тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда ғаиләләрҙе ҡурсалау, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, башҡа социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү еңел түгел. 

 

“Һеҙ – тотороҡло система”

 

– Республикабыҙҙың халыҡты социаль яҡлау системаһы сираттағы тапҡыр үҙенең тотороҡло булыуын иҫбатланы, ә һеҙ, хөрмәтле хеҙмәттәштәр, ҡатмарлы заманда ла юғары һөнәри кимәлде раҫланығыҙ, – тине ултырышта ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Вице-премьер үҙенең сығышында билдәләп үтеүенсә, федераль үҙәк ҡуйған бурыстарҙың республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан уңышлы үтәлеүе тураһында Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Баталина ла күптән түгелге сығыштарының береһендә айырым билдәләп үткән. Ысынлап та, былтыр илебеҙ Президенты Рәсәй төбәктәре алдына социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса ҡуйған бурыс, шул иҫәптән – хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү, иң өҫтөнлөклө мәсьәлә булды. “Был бурысты республика уңышлы үтәп сыҡты, нигеҙҙә – беҙҙең тармаҡтар һәм ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эшләүе һөҙөмтәһендә”, – тине Лира Заҡуан ҡыҙы.

Ҙур тырышлыҡ күрһәткестәрҙе лә яҡшыртмай ҡалманы: Башҡортостандағы эшһеҙлек хәҙер 3,4 процент ҡына тәшкил итә, был – һуңғы 30 йылдағы иң түбән кимәл. Республика тотороҡландырыу буйынса өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн хеҙмәт баҙарына федераль аҡса йәлеп итеүҙә (1,465 миллиард һум) Рәсәй төбәктәре араһында икенсе, ә сәнәғәт предприятиеларында эшләгәндәрҙе яңы һөнәргә өйрәтеү буйынса федераль ҡаҙнанан ярҙам алыуҙа беренсе урынды алды.

Премьер-министр урынбаҫары, илдең үҫешендәге милли маҡсатҡа ирешеү өсөн фәҡирлек кимәлен түбәнәйтеү ҙә көнүҙәк бурыс булып ҡала, тине. Башҡортостандың былтыр иң аҙ эш хаҡы буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуын ул ошо йүнәлештәге мөһим ваҡиға тип атаны. Бюджеттан тыш секторҙа эшләгәндәргә алдағы өс йылға төҙөлгән килешеү нигеҙендә иң түбән эш хаҡы федераль минимумдан 5,7 процентҡа юғарыраҡ итеп билдәләнде. Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан ул 17 168 һум тәшкил итә (Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда – 19 743,2 һум).

 

Төп талап – мәшғүллекте кәметмәү

 

Коллегияның киңәйтелгән ултырышында төп доклад менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Иң тәүҙә ул мәшғүллек күрһәткестәренә туҡталып китте. Эшһеҙ тип теркәлгән граждандар һаны республикала бер йыл эсендә 22 меңдән 16 мең кешегә ҡалған. Рәсәйҙә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 0,7 процентҡа аҙайһа, Башҡортостан буйынса ундайҙар 1,5 процентҡа кәмегән.

Ә райондар һәм ҡалалар буйынса хәл нисек? Эшһеҙлектең иң түбән кимәле ошо муниципалитеттарҙа теркәлгән: Сибайҙа  0,42 процент, Октябрьскийҙа – 0,46, Белорет районында – 0,34, Бәләбәй районында – 0,37, Хәйбулла районында – 0,42 һәм Бөрө районында 0,46  процент ҡына.

Эшһеҙлек кимәле республика буйынса алғанда иң юғары булған төбәктәр ҙә билдәле: Ағиҙел ҡалаһында ул хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 2,53 процентын, Межгорье ҡалаһында 1,46 процентын тәшкил итә. Шулай уҡ Дыуан, Балаҡатай һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында ла ярайһы уҡ юғары: тәүгеһендә был күрһәткес  1,68 процентҡа, икенсеһендә – 1,66, өсөнсөһөндә 1,38 процентҡа еткән.

– Предприятиеларҙа мәшғүллекте өҫтәмә ярҙам саралары күреү һөҙөмтәһендә һаҡлап ҡала алдыҡ, – тине Ленара Хәким ҡыҙы. – Был саралар иҫәбендә яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү курстары ла ыңғай йоғонто яһаны. Предприятиелар һәм ойошмалар һораған хеҙмәткәрҙәр һаны 2021 йылда 104,7 кеше булһа, былтыр ошо күрһәткес 414,2 эш урынына етте. Республиканың вакансиялар банкында әлеге көндә 42,5 мең  урын бар, уның 71,1 проценты эшсе һөнәрҙәренә тура килә.

Үткән йыл 6 335 кеше милли проект сиктәрендә билдәләнгән һөнәри уҡыу программалары үткән, был алдан ҡуйылған квотаға ҡарата 126 процент тигән һүҙ. Ошо квота күләме буйынса Башҡортостан былтыр Волга буйы федераль округында Татарстан Респуб­ликаһы, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләренән ҡала – дүртенсе, ә Рәсәй буйынса 11-се урынды биләгән. Был курстарҙа шөғөлләнгәндәрҙең 84 проценты шунда уҡ эшкә урынлашҡан, ҡалғандары үҙ бизнесы менән шөғөлләнә йәки үҙмәшғүлдәр сафын тулыландырған.

Министр билдәләүенсә, иҡтисади шарттар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, эш хаҡының үҫеше дауам иткән: отчет йылының 11 айында был күрһәткес 15,8 процентҡа артҡан һәм 47 мең һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән, йәғни фаразлау күрһәткестәренән 1,8 процентҡа юғарыраҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш хаҡын һуңлатып биреү проблемаһы һаҡлана әле: уның буйынса бурыс 194 миллион һумға артҡан: алдағы йылда ул 507,6 миллион һум булһа, былтырғы йомғаҡтарға ярашлы – 702 миллион һум. Хәлде “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисади көрсөккә эләгеүе ауырлаштырған –ике меңдән ашыу хеҙмәткәренә уның бурысы 237 миллион һум тәшкил итә.

– Контроль-күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, муниципалитеттар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә 68 ойошмала эш хаҡы буйынса 180,5 миллион һумлыҡ бурысты тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплата алдыҡ, – тине Ленара Иванова. – Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, үҙ коллективтарына эш хаҡы буйынса бурыслы булған ойошмалар 81-ҙән 57-гә ҡалды.

 

Был кимәлде түбәнәйтергә кәрәк

 

Былтырғы туғыҙ ай күрһәткестәренә ярашлы, халыҡтың реаль аҡсалата килеме алдағы йылға ҡарата 97,8 процент тәшкил иткән, Рәсәй буйынса ул – 99,3 процент. Ленара Иванова быйыл уның буйынса ыңғай динамикаға өлгәшеү бурысы ҡуйылыуы – был күрһәткестең 100,1 процентҡа етергә тейешлеге тураһында әйтте. “Бының өсөн барыбыҙға ла, муниципаль һәм башҡарма власть органдарын да иҫәпкә алып, Фәҡирлек кимәлен түбәнәйтеү буйынса төбәк программаһының үтәлешен тәьмин итергә кәрәк”, – тине министр.

Былтырғы 11 ай һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ойошмаларҙағы уртаса айлыҡ эш хаҡы – 47 мең һумдан ашыуыраҡ, ул фаразлау күрһәткестәренән 1,8 процентҡа юғарыраҡ булып сыҡты. Номиналь эш хаҡы үҫеше тиҙлегенең  инфляция кимәленән (былтырғы ғинуар-ноябргә ҡарата 115,8 процент) юғарыраҡ булыуы менән бергә ойошмаларҙа эшләгәндәрҙең реаль эш хаҡының ыңғай динамикаһы ла һаҡланды – ул 100,8 процент булды. Рәсәй буйынса был күрһәткес, былтырғы ун ай йомғаҡтарына ярашлы, 98,7 процент тәшкил итә. Әйткәндәй, Башҡортостанда ошо уҡ күрһәткес иҡтисадсылар күҙаллауында 92,7 процент ҡына ине.

Рәсәй Президентының “Май указдары”на ярашлы, бюджет өлкәһендәге ойошмаларҙа эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡының төбәктәге уртаса килемгә ҡарата нисбәте һаҡланырға тейеш һәм был эш, йәғни ошо нисбәттең үтәлешен күҙәтеү дауам итә. Былтырғы йомғаҡтар раҫлауынса, республикалағы учреждениеларҙың бөтә 12 категорияһы буйынса ла ошо маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән, уларҙың бер-береһенән тайпылышы биш проценттан ашмай. Һөҙөмтәлә отчет йылының туғыҙ айында бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең эш хаҡы 8,1 процентҡа артҡан һәм 41 549,9 һумға еткән.

 

Хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла булһын

 

Предприятиеларҙа хеҙмәт хәүефһеҙлеген һаҡлау ҙа республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бурысы булып тора. Ленара Хәким ҡыҙы әйтеүенсә, был йүнәлеш буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы әлегә тәғәйен һандар менән йомғаҡлау яһамаған.

Докладсы быйылғы бурыстарҙы ла билдәләне: һөнәри бурыстарҙы баш­ҡарғандағы хәүеф ихтималлығын бөтөрөү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу, етештереү тармаҡтарында имгәнеү осраҡтарын кәметеүҙәге ведомство-ара хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү. 

 

Тағы ла 19 меңдән ашыу кеше теркәлгән

 

Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләште­реүҙе  да­уам итеү – халыҡтың килемен тәьмин итеүҙәге мөһим резерв булып тора, тине Ленара Иванова. Былтыр республикала дәүләт органдары, муниципалитеттар, социаль партнерҙар һәм бюджеттан тыш фондтар менән берлектә “күләгәләге” мәшғүллекте кәметеү буйынса әүҙем эш алып барылған. Һөҙөмтәлә тағы ла 19 379 кеше һәм 282 хужалыҡ субъекты үҙ эшмәкәрлеген рәсми теркәлеп дауам иткән. Тимәк, министрлыҡ тарафынан алдан бил­дәләнгән күрһәткес 113,6 процентҡа үтәлгән. Пенсия фонды менән берлектә сағыштырып ҡарау күрһәтеүенсә, хеҙмәт мөнәсәбәттәренең рәсми раҫланыуы 86 процент тәшкил иткән.

– Министрлыҡтың тағы ла бер мөһим эш йүнәлеше – граждандарға социаль ярҙам, уны беҙҙең республикала 1 миллион 200 мең кеше ала, – тине министр. – “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылдың ғинуарына ҡарата республикала дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәй, уларҙың хеҙмәт йәшенән олораҡ булғандары 23,1 процент тәшкил итә. Былтыр социаль ярҙам күрһәтеүгә 33 миллиард һум бүленде, шуның 16 миллиард һумы – республика ҡаҙнаһынан.  2021 йыл менән сағыштырғанда, социаль ярҙамды финанслау биш процентҡа арттырылды.

Социаль ярҙам алыусыларҙың 450 меңе өлкән йәштәгеләр булып тора, шуларҙан 153 мең 138 кешегә “һуғыш балалары” статусы бирелгән. Республикала “Өсөнсө быуындың халыҡ университеты” программаһы дауам итә. Уға ярашлы, 101 мең пенсионер төрлө йүнәлештәрҙәге курстарҙа уҡый.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: