Социаль мәсьәлә
29 Марта 2023, 13:50

Алиментты яңыса иҫәпләргә уйлайҙар

 Ике яҡтың да ғаилә хәле иҫәпкә алына.

Алиментты яңыса иҫәпләргә уйлайҙарАлиментты яңыса иҫәпләргә уйлайҙар
Алиментты яңыса иҫәпләргә уйлайҙар

Рәсәй Дәүләт Думаһы алименттарҙы яңыса иҫәпләү принцибы буйынса тәҡдим индерҙе. Закон проектына ярашлы, алимент суммаһы төбәк буйынса билдәләнгән уртаса йәшәү минимумының кәм тигәндә 50 процентын тәшкил итергә тейеш.

Өлөштәр күләме яҡтарҙың ғаилә хәлен йәки матди яғын иҫәпкә алып, суд тарафынан кәметелеүе йәки арттырылыуы ихтимал.

“Закон проекты баланың айлыҡ минималь аҡсаны гарантиялы алыу хоҡуғын яҡлай. Шуның менән бергә алимент түләүсе ата-әсә ҡатмарлы тормош хәлдәрендә дәүләт яғынан ярҙам алыу хоҡуғына эйә”, – тиелә документҡа аңлатмала.

Фото: МояОкруга. РФ

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас