Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Март 2023, 13:40

"Йортһоҙ ҡалдым..."

Билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәгенә матбуғат тур уҙҙы.

"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."

2021 йылдан алып 30 мартта Рәсәйҙә Йортһоҙ кеше көнө билдәләнә. Ул - илдә йәшәү урыны булмаған кешеләрҙең проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында үткәрелгән йәмәғәт акцияһы.

Йортһоҙ кеше көнөндә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары журналистар һәм Йәмәғәт советы ағзалары өсөн Билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәгенә матбуғат туры үткәрҙе. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы был учреждение 2003 йылдан алып эшләй.

"Үҙәк көн һайын йортһоҙҙарҙың социаль статусын тергеҙеү маҡсатында эшләй: уларға төндә йоҡларға урын бирә, туҡланыу ойоштора, йәмғиәттә йәшәүгә яраҡлашыуҙа, документтарҙы тергеҙеүҙә, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итә, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса аҙна һайын күсмә акциялар үткәрә. Һәр аныҡ хәлдән сығып, маршруттар төҙөйбөҙ. Йыл һайын беҙҙең үҙәккә ете меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итә", - тип билдәләне матбуғат туры барышында Билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Азамат Зиннуров.

Йортһоҙ кеше көнөндә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары (Алина Хәбирова һәм Анастасия Кузьмина) үҙәктә социаль хеҙмәттәр алыусылар өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмалары (сендвичтар һәм "Картошка" пирожныйы) әҙерләп, хәйриә акцияһы ойошторҙо.

"Йортһоҙ кеше көнөндә урамда ҡалғандарға ярҙам иткән учреждениеларға ла иғтибар итергә теләйем, сөнки тап бында кеше, ауыр хәлгә эләккәс, ябай йылытыуҙан алып документтарҙы тергеҙеүгә һәм эшкә урынлашыуға тиклем беренсе ярҙам ала. Һәм, мөмкинлектән файҙаланып, битараф булмаған граждандарға, республика ойошмаларына йортһоҙҙарға ярҙам тағы ла юғарыраҡ кимәлдә күрһәтелһен өсөн үҙәккә төҙөлөш материалдары, өй текстиле рәүешендә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәм", - тине хәйриә акцияһы барышында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Хәбирова.

Йортһоҙҙарға ярҙам үҙәге ауыр тормош хәлендә, торлаҡһыҙ, кейемһеҙ ҡалған, туғандары менән бәйләнешен, документтарын юғалтҡан кешеләргә булышлыҡ күрһәтә. Бындай хеҙмәттәр - аҙыҡ-түлек йыйылмалары, кейем-һалым биреү, юридик һәм психологик консультация, медицина анализы үтеүгә һәм тар белгестәргә йүнәлтеү. Шулай уҡ үҙәк ваҡытлыса йәшәү өсөн 49 койка-урын менән йыһазландырылған.

Автор фотолары.

 

"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."
"Йортһоҙ ҡалдым..."
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: