Һуңғы ваҡытта йәш белгестәрҙең тыуған яҡтарына эшкә ҡайтыуы, бала саҡтан таныш, күңелгә яҡын йәнтөйәктәрендә ерегеүе яҡшы күренеш. Борай яҡтарына ла йәш көстәрҙең килеүе күҙәтелә. Былтыр “Ауыл табибы” программаһы буйынса табип-офтальмолог Рима Абазова, Нефтеюганск тарафтарынан ҡайтып, район үҙәк район дауаханаһында эш башлаған.
“Ижевск дәүләт медицина университетын тамамлағас, интернатураны Өфөлә үттем, аҙаҡ Себерҙә эшләргә тура килде. Хәҙер Борайҙа йорт алып, ошонда төпләнергә булдыҡ”, – ти ул. Уның хеҙмәттәше Рималь Рәшитов та ошо төбәктә тыуып үҫкән. Диплом алғас, ҡатыны менән кәңәшләшеп, Борай үҙәк район дауаханаһында эш башларға ҡарар иткән. Ул – балалар табибы.
“Ни өсөн тормошоңдо тап балаларҙы дауалауға арнарға булдың?” – тип һорауыбыҙ егеткә ғәжәп тойолманы, моғайын, уны йыш бирәләрҙер. “Мин шул тиклем кескәйҙәр менән аралашырға яратам, уларҙың донъяһы күңелгә яҡын, сабыйҙар бәхетле булһын, иламаһын, ауырымаһын өсөн ҡулымдан килгәнде, белемемде һаласаҡмын”, – тине егет һәм үҙенә тәүге хеҙмәт көндәренән ҡиммәтле кәңәштәре менән ярҙам иткән өлкән хеҙмәттәштәренә ҙур рәхмәт белдерҙе. Зәйтүнә Муллаярова, Зилә Мортазина, Эльза Зарипова һәм башҡа хеҙмәттәштәрен йәш белгес ҙур ихтирам менән телгә алып, уларҙың ышанысын аҡлаясаҡтарын әйтте.
Әлегә Борай үҙәк район дауаханаһы тейешле белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителгән тип әйтеп булмай, терапевтар, балалар хирургы, невролог, ортопед, отоларинголог бөгөндән талап ителә. “Беҙҙең ҡул арты еңел ул! Моғайын, артыбыҙҙан эйәреүселәр, тыуған яғына хеҙмәт итергә ҡайтырға теләүсе йәштәр табылыр. Борайҙа лайыҡлы йәшәү һәм эшләү өсөн бөтә шарттар бар”, – ти Рима һәм Рималь.
- Динә Арыҫланова
Борай районы