Пенсия реформаһының күсеү осоро дауам итә. Ул ун йылға һуҙылып, 2028 йылда тамамланасаҡ.
Үҙгәрештәргә яраҡлашыу өсөн пенсия тәүге бер нисә йылда яңы пенсия йәшенән ярты йылға иртәрәк тәғәйенләнде. Был льготаның срогы сығыу менән быйыл дөйөм пенсия йәшенә еткәндән һуң ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйенләү планлаштырылмай. Шулай итеп, 2023 йылда дөйөм нигеҙ буйынса бер кем дә пенсионер була алмаясаҡ. Бындай хәл 2025 һәм 2027 йылда ла көтөлә. 1961 йылғы ир-ат һәм 1966 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы бары 2024 йылда, 63 һәм 58 йәш тулғандан һуң ғына, тәғәйенләнәсәк.
Быйыл срогынан алда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына хоҡуғы булған кешеләр пенсионер була ала. Мәҫәлән, 42 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған ир-ат һәм 37 йыл стажға эйә ҡатын-ҡыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пенсияның был төрө өсөн армиялағы хеҙмәт осоро ла стажға индерелә. Шулай уҡ штат ҡыҫҡартылыуы сәбәпле йәки шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге туҡтатылыуы менән эшһеҙ ҡалған һәм Мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәпкә ҡуйылған, пенсияға сығыу алдында торған өлкәндәр пенсияға сыға ала. Страховка стажы 15 йылдан кәм булмаған, өс һәм унан да күберәк баланы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа пенсияға дәғүә итеүе мөмкин. Бала саҡтан инвалидлыҡ тәғәйенләнгән, уны һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе пенсия алыуға хоҡуҡлы. Ир-ат өсөн хеҙмәт стажы 20 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Махсус исемлеккә индерелгән һөнәрҙәр буйынса льготалы стажға эйә булған хеҙмәткәрҙәр шулай уҡ пенсионерҙар рәтен тулыландырасаҡ.
Хаҡлы ялға сығыу өсөн граждандарҙың льготалы категорияһына ла тейешле стажға эйә булырға һәм пенсия балын тупларға кәрәк. Был күрһәткестәргә талап йыл һайын арта. 2023 йылда пенсия рәсмиләштереү өсөн 14 йылдан да кәм булмаған страховка стажы һәм 25,8 пенсия балы булыуы шарт.
Динә АРЫҪЛАНОВА