Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү. Был маҡсатта былтыр 51 миллиард һумдан ашыу аҡса файҙаланылды, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
- Һуңғы 10 йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 27 проценттан ашыуға артты, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Бөгөн төбәктә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән 59 меңдән ашыу ғаилә йәшәй. Башҡортостан был йәһәттән Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй Федерацияһында етенсе урынды биләй. Был һандар ғаиләгә ярҙам итеүҙең республикабыҙҙың социаль сәйәсәтенең төп өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе икәнлеген күрһәтә.
Былтыр Башҡортостанда ғаилә, хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәләрендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу йәһәтенән барлыҡ йөкләмәләр үтәлгән. Тағы шуны билдәләргә кәрәк, һуңғы биш йылда яңы социаль ярҙам саралары иҫәбенә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса дәүләт программаларын финанслау ике тапҡырға артҡан.
- Былтыр беренсе тапҡыр “өйҙә социаль хеҙмәтләндереү” буйынса дәүләт социаль заказы механизмдарын файҙаланып ҡараныҡ, - тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Был программаны финанслауға 662 миллион һум аҡса йәлеп ителде. Былтыр шәхси социаль сертификаттан республикалағы 36 меңдән ашыу кеше файҙаланды. Был – 23 пилот төбәге араһында иң юғары һөҙөмтә. Илдә беренселәрҙән булып төбәк социаль стандартты тормошҡа ашырабыҙ. 1 апрелдә социаль координаторҙар хеҙмәтен ойоштороуға бер йыл тулды. 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһын да социль координаторҙар мөмкинлектәренән файҙаланыуға өлгәшергә тырышасаҡтар.
Опека органдарының һәм “Ғаилә” үҙәгенең көйлө эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Башҡортостанда социаль етемлек кимәлен 61,5 процентҡа тиклем кәметеп булған. Рәсәйҙә был күрһәткес 72 проценттан юғарыраҡ. Социаль приюттарға урынлаштырылған балаларҙың 86 проценты 2023 йылда үҙ ата-әсәһенә ҡайтҡан. Былтыр етем балалар өсөн ойошмаларҙан 118 тәрбиәләнеүсе ғаиләләргә урынлаштырылған, етем балалар һаны 3,9 процентҡа кәмегән, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән граждандар һаны 6 процентҡа аҙайған.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20556/
Фото: luckclub.ru