Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Апрель 2023, 15:00

“Айына 60 мең һум ҙур ғаилә өсөн яҡшы ярҙам”

Ҡатындың рус, удмурт, башҡорт һәм татар телдәрендә еңел аңлашыуы ихтирам тыуҙырмай ҡалмай. 

“Айына 60 мең һум ҙур ғаилә өсөн яҡшы ярҙам”
“Айына 60 мең һум ҙур ғаилә өсөн яҡшы ярҙам”

Тормошта ишеңде дөрөҫ һайлау татыу ғаилә ҡорорға, эшеңдә уңышҡа өлгәшергә, бәхетле, маҡсатҡа ынтылыусан балалар тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Был йәһәттән Инга Красильникова уңды, тормош иптәше Юрий менән тиҫтә йылдан ашыу иңде - иңгә терәп, береһенән-береһе матурыраҡ, шуғыраҡ биш бала үҫтерә.

 Борай ҡыҙы Инга Валерьевна һөнәре буйынса табип-педиатр, район үҙәк дауаханаһында участка терапевты булып эшләй. Әле кесе ҡыҙҙары Маргарита менән декрет ялында. Уның рус, удмурт телдәренән тыш, башҡорт һәм татар телдәрендә лә еңел аңлашыуы ихтирам тыуҙырмай ҡалмай. 

 “Тормош иптәшем менән Ижевск дәүләт медицина университетында уҡығанда таныштыҡ. Ул минең менән Борайға ҡайтып төпләнергә риза булды. Ысын күңелдән минең тыуған төйәгемде үҙ итте, яратты, – ти Инга. – Тәүҙә ата-әсәйем менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнек. Аҙаҡ район хакимиәте  торлаҡ менән тәьмин итте. Иптәшем уға төкәтмә яһап, майҙанын 108 квадрат метрға еткерҙе. Уның уңғанлығы, ҡул эштәренә оҫталығы донъя көткәндә асыҡланды”.

 Беҙ йорт хужаһының бөтмөр, уңған икәнлеген ихатаға аяҡ баҫыу менән тойғайныҡ инде. Урамда ҡар ятһа ла, биләмәләге тәртип, хужаның үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған беседкаһы, бәүелсәк, эскәмйәләр, ҡупшы мунса иғтибарҙы йәлеп итте. Йәш ғаилә ун сутыйҙа баҡса үҫтерә. Емеш ағастары ултыртылған. Ә биш бала йәшәгән йорттағы бөхтәлек, матур итеп йыйыштырылған бүлмәләр хужаларҙың уңғанлығы, тырышлығы хаҡында яҡшы һөйләй.

“Ғаилә” хеҙмәте белгесе Алһыу Ғүмәрова күп бала әсәһенең район тормошонда, конкурстарҙа һәм өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. “Ярыштарға, күңел асыу сараларына әйберҙәр тегергә, биҙәүестәр әҙерләргә кәрәк булһа, Ингаға мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙ уның риза буласағын, һис һүҙһеҙ ярҙам итәсәген белеп торабыҙ”, – ти ул.

Ғаилә мәшәҡәттәренә ҡарамай, йорт эшендә лә, йәмәғәт тормошонда өлгөрлөк күрһәткән әсә ышаныслы таянысы, тормош юлдашы Юрий Красильниковҡа рәхмәтле. “Оло ҡыҙыбыҙ Елизаветаға – 11, Викторияға – туғыҙ, Александрға – биш, Екатеринаға – ике, ә кескәй Маргаритаға ни бары ете ай ғына. Ирем ике баланы балалар баҡсаһына илтешә, алып ҡайта, йорт эштәрен дә “ҡатын-ҡыҙҙыҡына”, “ир-аттыҡына” бүлмәй, кәрәк икән, тота ла эшләй”, – ти Инга. Ул күп балалы ғаилә булараҡ, дәүләт тарафынан күрһәтелгән матди ярҙам менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. “Айына 60 мең һумлыҡ социаль түләүҙәр алабыҙ, ҙур ғаилә өсөн бик яҡшы ярҙам ул”, – ти әсә.

 Бары бер-береңә хөрмәт, ихтирам хакимлек иткән, һөйөү йәшәгән ғаиләлә бәхетле, ил өсөн ныҡлы терәк булырлыҡ быуын үҫәсәгенә иманыбыҙ камил. Тормош йәмен балаларҙа күргән Красильниковтарға ҙур маҡсаттарының, изге ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: