

Башҡортостанда 14 апрелдә хеҙмәткә урынлаштырыу буйынса “ПРОФФЕСТ. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” тип аталған Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең беренсе этабы уҙа.
Был көндә республиканың 13 ҡалаһында – Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Бөрө, Нефтекама, Күмертау, Белорет, Учалы, Сибай, Салауат, Ишембай, Бәләбәй һәм Октябрьскийҙа вакансиялар йәрминкәһе үткәреләсәк. Маҡсаты – республика халҡына тиҙерәк эш табырға һәм карьераны планлаштырырға ярҙам итеү.
Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһап, вакансиялар йәрминкәһе һәм республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәл менән таныштырасаҡ.
Фото:” Башинформ”