Башҡортостанда 14 апрелдә хеҙмәткә урынлашыу буйынса “Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” тип аталған Бөтә Рәсәй йәрминкәһе уҙасағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Сараның төп маҡсаты башҡа йәрминкәләрҙән айырмалы – карьера баҫҡысын төҙөү мөмкинлеге. Тимәк, сараға эш эҙләгәндәр генә түгел, ә һөнәр һайлаған өлкән класс уҡыусылары ла, студенттар ҙа килә ала.
– Был сараны беҙ республикала йыл һайын үткәрелеүсе “PROFФЕСТ” фестивале менән яраштырырға булдыҡ, – тине “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Сарала белем биреү ойошмалары һәм эш биреүселәр өсөн айырым зона булдырыласаҡ. Был үҫмерҙәр өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә үҙенсәлекле мөмкинлек: махсус техника менән танышырға, эш тренажерҙарын үҙләштерергә, һөнәр эйәләренә һорауҙар бирергә, предприятиеларҙың ниндәй белгестәргә мохтажлыҡ кисереүе, хеҙмәт хаҡы тураһында белешергә була. Беҙ киләсәк профессияһын һайлау алдында торған һәм карьера үҫеше тураһында уйланған һәр кемде сараға саҡырабыҙ.
Тағы бер яңылыҡ – йәрминкәлә заманса мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә мөмкинлектәре менән танышырға мөмкин буласаҡ.Үҙәк консультанттары карьераны планлаштырырға, ярашлы вакансияны һайларға ярҙам итәсәк. Хәҙерге ваҡытта “Демография” милли проектына ярашлы, бөтә ил буйынса Мәшғүллек хеҙмәттәрен яңыртыу буйынса проект тормошҡа ашырыла, хәҙер улар “бер тәҙрә” форматында эшләй.
– 2020 йылда мәшғүллек үҙәктәрен үҙгәртеп ҡороуҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы алдынғылар рәтендә булды. Яңыртылған икенсе Кадрҙар үҙәге 2021 йылда Өфөнөң Орджоникидзе районында асылды, өсөнсөһө – 2022 йылда Нефтекамала. Өс үҙәк тә тулыһынса заманса кадрҙар үҙәктәренә үҙгәртеп ҡоролдо, яңы фирма стиле индерелде, биналарға капиталь ремонт үткәрелде, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырылды, хеҙмәткәрҙәр уҡытылды. Иң мөһиме, үҙәктең эш асылы үҙгәрҙе. Беренсе урында – бөтә мәсьәләләрҙе урында хәл итеү. Республикалағы бөтә мәшғүллек үҙәктәрен яҡын арала замансаға әүерелдереү өсөн Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы менән берлектә эшләйәсәкбеҙ,– тип белдерҙе Ленара Иванова.
14 апрелдә үтәсәк Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең төбәк этабы республиканың 13 ҡалаһында 11 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Өфөлә сара “Торатау” конгресс-холы майҙанында үтәсәк. Йәрминкә 10 сәғәттә башлана. Икенсе этабын 23 июндә үткәреү планлаштырыла. Тәүге этапта 260-тан ашыу эш биреүсе төрлө тармаҡтарҙа алты меңгә яҡын вакансия тәҡдим итәсәк.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.