Социаль мәсьәлә
18 Апрель 2023, 07:30

Республика тарихында ҡалырға теләһәгеҙ...

15 майға тиклем өлгөрөгөҙ. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Республика тарихында ҡалырға теләһәгеҙ...Республика тарихында ҡалырға теләһәгеҙ...
Республика тарихында ҡалырға теләһәгеҙ...

Әгәр һеҙ бына тигән бер йәки унан күберәк бала әсәһе икән йәки һеҙ әсәй булырға йыйынһағыҙ, ошо әсәлек хисе яңы һәләт асһа, буяу, альбом һәм бумала илһам сығанағына әйләнһә, “Әсәлек таланттарҙы аса” тигән ижади вернисажға саҡыралар.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йәй башында республикала “Әсәлек таланттарҙы аса” тигән күргәҙмә асыла. Ижади вернисаж тарихында өс күргәҙмә, 351 ҡатнашыусы һәм улар тарафынан ижад ителгән 1012 эш бар. Хәйриәгә тапшырылған картиналарҙың бер өлөшө балалар өсөн социаль приюттарҙы биҙәй, бер өлөшө Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропорты стеналарын матурлай. Республика тарихында ҡалырға теләһәгеҙ, унда йәшәүселәрҙе үҙ ижадығыҙ менән илһамландырығыҙ һәм уларҙың йөрәктәренә йылылыҡ, яҡтылыҡ өҫтәгеҙ.

Күргәҙмәне ойоштороусылар һеҙҙе көтә. Ғаризаларҙы 15 майға тиклем mama.risyet@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Ғариза өсөн анкетаны тултырығыҙ һәм аҫтына яҙылған өскә тиклем фотоғыҙҙы электрон хатҡа беркетегеҙ. Һәр эш аҫтына исем-шәрифегеҙҙе, картинағыҙҙың исемен яҙырға онотмағыҙ.

Эштәр (һүрәттәр) ватманда акрил, акварель, гуашь, пастель файҙаланып  эшләнергә мөмкин. Графит планшетта атҡарылған эштәр ҙә ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһында йәшәгән ҡатындар күргәҙмәлә ҡатнаша ала. Тулыраҡ Башҡортостандың Ғаилә порталында (www.семьярб.рф) йәки 8(347)286-02-37 телефоны аша белешергә мөмкин.

Фото: foto-ram.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас