Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Апрель 2023, 11:00

Бәпесте лә бәхетле иттеләр!

Ә улар яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән...

Бәпесте лә бәхетле иттеләр!
Бәпесте лә бәхетле иттеләр!

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе.

“Фатир асҡыстарын тапшырыу һәр саҡ күңелле. Бигерәк тә уға мохтаж булғандарға ярҙам күрһәткәндә. Әле төрлө йәштә һәм сәбәптән етем ҡалғандар тураһында яҙам. Ауырлыҡтарға бирешмәй, ҡыҙҙар һәм егеттәр буй еткергән.

Һигеҙ кешенең һәр береһе үҙ торлағын дөрөҫ файҙалана алыр тип ышанам. Ошолай уларға ғаилә тормошон да башлауы күңеллерәк булыр. Һәр хәлдә фатир алыусыларға тормошта уңыштар теләйем. Торлаҡтарында һәр саҡ яҡты, йылы һәм уңайлы булһын!” - тип яҙған ул.

Фотолар: vk.com/alfir_sabirov

Бәпесте лә бәхетле иттеләр!
Бәпесте лә бәхетле иттеләр!
Бәпесте лә бәхетле иттеләр!
Бәпесте лә бәхетле иттеләр!
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас