Башҡортостан Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был көндөң мөһимлеге хаҡында яҙҙы.
“Һәр ойошмала хеҙмәтте һаҡлау – хәүефһеҙлек техникаһы тураһында инструктаж, журналдарҙы тултырыу ғына түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау системаһы ла. Был етештереүҙә йәрәхәттәрҙе, һөнәри сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм булдырмау, социаль эҙемтәләрҙе кәметеү. Һәм һәр хеҙмәткәр өсөн эш биреүсенең уның сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреүе һәм оптималь шарттар булдырыуы мөһим”, - тип яҙған Максим Забелин.
Бөгөнгө дата хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу мотлаҡлығы тураһында иҫкә төшөрә, сөнки һәр хеҙмәткәрҙең хәүефһеҙ һәм сәләмәт эш мөхитенә хоҡуғы бар. Был көндө үткәрелгән саралар – был темаға иғтибарҙы йәлеп итеү, тип яҙған Максим Забелин.
Фото: Альберт Заһиров.