

Быйыл Башҡортостандың 900-ҙән ашыу пенсионеры һәм инвалиды республика программаһы ярҙамында сәйәхәткә сыға аласаҡ. 27 апрелдән алып республикала өлкәндәргә турист юлламалары хаҡының бер өлөшөн субсидиялауға сертификаттар тапшырыласаҡ.
Был сара “Башҡортостанда тышҡы һәм эске туризмды үҫтереү” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Сертификаттар Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында һәм “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә бирелә.
Быйыл республика маршруттары буйынса эксперт советы тарафынан 154 социаль тур һайланған. 7,8 миллион һум суммаһына 905 кеше юллама менән тәьмин ителәсәк.
Проекттың төп маҡсаты – кешеләр, оло йәштәгеләргә хас үҙгәрештәр һәм хроник сирҙәр арҡаһында барлыҡҡа килгән сикләүҙәрҙән тыш, оҙағыраҡ әүҙем тормош менән йәшәһен, сәләмәт йәшәү оҙайлығы 67 йәшкә етһен өсөн тәьҫирле саралар ойоштороу.
Динә АРЫҪЛАНОВА