

Апрель айында үткән төрлө саралар араһында иғтибарға лайыҡ, һәр кемдә лә тиерлек ҡыҙыҡһыныу уятҡан Бөтә Рәсәй "Рәсәй эше. Мөмкинлектәр осоро" йәрминкәһе булғандыр. Уның төп маҡсаты ла, бығаса үткән башҡа йәрминкәләрҙән айырмалы, эш эҙләү менән бергә карьера баҫҡысын төҙөү мөмкинлеге ине. Ҙур сараға эш эҙләгәндәр генә түгел, ә һөнәр һайлаған өлкән класс уҡыусылары һәм студенттарҙың килеүе, һис һүҙһеҙ, уны күләмлерәк һәм күңеллерәк итте.
– Был сараны беҙ республикала йыл һайын үткәрелгән “PROFФЕСТ” фестивале менән яраштырырға булдыҡ, – тигәйне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Йәрминкәлә белем биреү ойошмалары һәм эш биреүселәр өсөн айырым зона булдырылыуы үҫмерҙәр өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә үҙенсәлекле мөмкинлек: махсус техника менән танышырға, эш тренажерҙарын үҙләштерергә, һөнәр эйәләренә һорауҙар бирергә, предприятиеларҙың ниндәй белгестәргә мохтажлыҡ кисереүе, хеҙмәт хаҡы тураһында белешергә була. Киләсәк профессияһын һайлау алдында торған һәм карьера үҫеше тураһында уйланған һәр кем өсөн файҙалы был.
Тағы бер яңылыҡ – йәрминкәлә заманса мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә мөмкинлектәре менән танышырға мөмкин булды. Үҙәк консультанттары карьераны планлаштырырға, ярашлы вакансияны һайларға ярҙам итте. Хәҙерге ваҡытта “Демография” милли проектына ярашлы, тотош илебеҙҙә мәшғүллек хеҙмәттәрен яңыртыу буйынса проект тормошҡа ашырыла, улар “бер тәҙрә” форматында эшләй.
– 2020 йылда мәшғүллек үҙәктәрен үҙгәртеп ҡороуҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы алдынғылар рәтендә булды. Яңыртылған икенсе Кадрҙар үҙәге 2021 йылда Өфөнөң Орджоникидзе районында асылды, өсөнсөһө – 2022 йылда Нефтекамала. Өс үҙәк тә тулыһынса үҙгәртеп ҡоролдо, яңы фирма стиле индерелде, биналарға капиталь ремонт үткәрелде, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырылды, хеҙмәткәрҙәр уҡытылды. Иң мөһиме – үҙәктең эш асылы үҙгәрҙе. Беренсе урында – бөтә мәсьәләләрҙе урында хәл итеү. Республикалағы барлыҡ мәшғүллек үҙәктәрен яҡын арала замансаға әүерелдереү өсөн Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы менән берлектә эшләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Ленара Иванова.
Был үҙгәрештәрҙең республиканың хеҙмәт баҙарында ҙур йәнлелек тыуҙырасағы бәхәсһеҙ. Республиканың 13 ҡалаһында үткән йәрминкәнең тәүге этабында ғына 260-тан ашыу эш биреүсе төрлө тармаҡтарҙа ете меңдән ашыу вакансия тәҡдим итте. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә инде. Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холы майҙанында үткән сараға килгән ҡунаҡтарҙың береһе, Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Елена Мухтиярова әйтеүенсә, “һөнәр һайлау – һәр кемдең шәхси эше, шуға күрә беҙ күберәк мәғлүмәт бирмәксе булдыҡ, был ҡарарығыҙҙың ыңғай һәм кире яҡтарын үлсәргә ярҙам итер”. Ул шулай уҡ Бөтә Рәсәй хеҙмәткә урынлаштырыу йәрминкәһенең күптәр өсөн үҙенсәлекле юл күрһәткән маяҡ булырына ышаныс белдерҙе һәм йәштәргә яратҡан һөнәрҙәрен һайлауҙа уңыштар теләне.
Әлеге мәлдә хеҙмәт баҙарының эшсе көстәргә ихтыяж кисереүе сер түгел, киҫкен проблема тыуҙы – кадрҙар етешмәй. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, артабан да республиканы йәштәр өсөн ылыҡтырғыс итеү өсөн бар көстө һаласаҡтарына ышандырҙы.
Үкенескә ҡаршы, йәштәрҙең бөтәһе лә төбәктә һорау менән файҙаланған профессияларға уҡымай. Был хеҙмәт баҙарындағы тигеҙлекте боҙоуға килтерә, шуға күрә йәрминкәлә ҡатнашҡан белем биреү учреждениеларының уҡыусыларға һәм студенттарға бөгөн талап ителгән һөнәрҙәр, эш хаҡы, гарантияланған хеҙмәт урындары тураһында аңлатыуы файҙалы булды. Һәр мәғлүмәтте үҙ ҡолағың менән ишетеү, үҙ күҙең менән күреү, техниканы ҡулдарың менән ҡапшап ҡарау, профессияны үҙ иңеңдә һынау мөмкинлеге уҡыусыларға ла, студенттарға ла бик оҡшаны. Кемдер – машинист, крансы, янғын һүндереүсе, кемдер ашнаҡсы, журналист һөнәрҙәрен “үҙләштерҙе”, тест үтте, уҡыу йорттарын һайланы, предприятиелар менән танышты, эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Ҡайһы берәүҙәр шунда уҡ республиканың эре эш биреүселәре менән әңгәмәләшеп, эшкә урынлашыу яғын ҡараны. Йәштәрҙе йәрминкәлә иң нығы нимә ҡыҙыҡһындырҙымы? Әлбиттә, нефть һәм газ сәнәғәтенә бәйле предприятиелар эшмәкәрлеге. Уҡыусылар тәжрибәлә ихлас ҡатнашты, яғыулыҡтың төрлө төрҙәре составын өйрәнде. Ҡайһы берәүҙәр эшкә урынлашыу өсөн резюме яҙырға, интерактив уйындарҙа ҡатнашырға, эш биреүселәрҙең һорауҙарына яуап биреп, “хеҙмәт кенәгәләрендә” балл йыйырға һәм уларҙы “Гусь. Обнимусь” магазинындағы бүләктәргә алмаштырырға өлгөрҙө. Шаурма әҙерләргә һәм тәмле ҡәһүә ҡайнатырға өйрәткән буфет янында халыҡ айырыуса күп йыйылды. Мауыҡтырғыс та, файҙалы ла булды йәрминкәнең тәүге этабы. Ата-әсәләр өсөн ойошторолған “Үҫмер һәм киләсәк профессия” форсайт-сессияһы күпте күргән һәм белгән өлкәндәр өсөн дә фәһемле булғандыр.
Бөтә Рәсәй хеҙмәткә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы бөтә ил буйынса 23 июнгә планлаштырылған. “Арт-квадрат” йәмәғәт киңлеге майҙанында үтәсәк сираттағы сара беҙҙе тағы ниндәй яңылыҡтары һәм асыштары менән ҡыуандырыр? Көтәбеҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА