Социаль мәсьәлә
2 Май 2023, 09:22

“Һәр өсөнсө фатир хужаһы беҙҙе индермәй...”

Иҫәпләү приборҙарын тикшереп торорға кәрәк.

RB7.ruRB7.ru
Фото:RB7.ru

Коммуналь хужалыҡ тармағы үҙгәрештәр кисерә. Элек коммуналь ресурстарҙы норманан артыҡ тотонған өсөн түләүҙәр йорт өсөн яуаплы идарасы компания иңенә һалынды. Һөҙөмтәлә компания ҡулланыусылар ғәйебе менән йыш ҡына бөлгөнлөккә төштө. Былтыр Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән 92-се ҡарар нигеҙендә бының өсөн фатир хужаларының үҙҙәренә түләргә тура киләсәк.  

Ябай ғына итеп аңлатҡанда, хәл шулай. “Мәҫәлән, күп ҡатлы йортта ҡуйылған һалҡын һыуҙы иҫәпләү приборы айына мең кубометр һыу тотонолоуын күрһәтә. Һәр фатирҙың счетчик күрһәткестәрен ҡушып, иҫәп приборҙары булмаған фатирҙар нормативтарын өҫтәһәң, логика буйынса тотонолған мең кубометр һыу сығырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, ғәмәлдә хәл башҡаса” тигән аңлатма бирҙе “Өфө торлаҡ хужалығы идаралығы” директор урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин.

Ни өсөн ошондай айырма килеп сыға? Етәкселәрҙең әйтеүенсә, бында счетчик күрһәткестәрен ваҡытында тапшырмаған йорт хужалары ғәйепле. Баланс тигеҙһеҙлеген кәметеү – ҡала абонент хеҙмәтенең төп бурысы. Уның хеҙмәткәрҙәре счетчик күрһәткестәрен тикшерергә йәки уларҙың торошон күҙәтергә тейеш. Был саҡта  дөйөм йорт ҡулланыуы йәки дөйөм йорт милкен хеҙмәтләндереүгә коммуналь ресурстарҙы  файҙаланыу кәмейәсәк.

“Ҡала абонент хеҙмәте” компанияһы директоры Павел Кузнецов әйтеүенсә, былтыр “Өфө инженер селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы зонаһында 20 меңгә яҡын прибор яраҡһыҙ тип табылған. Тик шуныһы: халыҡ белгестәрҙе өйҙәренә индерергә ашыҡмай. “Улар алдаҡсы, ишектәрегеҙҙе асмағыҙ!” – тип ҡотортоусылар ҙа юҡ түгел. Беҙ ике аҙна элек үк идарасы компанияларҙы килергә йыйыныуыбыҙ тураһында иҫкәртәбеҙ, алдан иғландар эленә, йорт советы ағзаларына хәбәр ителә. Белгестәребеҙҙең танытмаһы бар. Тикшереү бушлай үткәрелә. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙе халыҡтың 65 проценты ғына өйөнә индерә”, – тине ул.

“Өфө инженер селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһының башҡарыусы директоры Максим Петров әйтеүенсә, был һан элек ни бары 30 процент тәшкил иткән. “Ҡала абонент хеҙмәте иҫәп приборҙары күрһәткес­тәрен дөрөҫ тапшырмаған йәки приборҙарға магнит ҡуйып алдашырға тырышҡандарҙы асыҡлай. Фатирҙа бер генә кеше теркәлеп, ғәмәлдә тиҫтәгә яҡын кеше йәшәгән осраҡтар ҙа етерлек. Шулай булғас, йорт хужалары абонент хеҙмәтенә үҙҙәре ярҙам итергә, тикшереүселәрҙең эшенә аяҡ салмаҫҡа тейеш”, тип иҫәпләй ул.

“БашРТС” йәмғиәте лә иҫәпләү приборҙарын тикшереүҙе арттырған. Ойошма сайтында күп ҡатлы йорттарҙа тикшереү графигы менән танышырға мөмкин. Етәкселәрҙең әйтеүенсә, фатирҙар буйлап йөрөп тикшереүҙәрҙән һуң дөйөм йорт милкен хеҙмәтләндереүгә киткән ресурстар күләме 14 проценттан алты процентҡа тиклем кәмегән.

 Коммуналь ресурстарҙы норманан артыҡ тотоноуҙарға түләүҙәр дәүмәленә счетчик күрһәткестәрен ваҡытында тапшырмау йоғонто яһай. Был осраҡта иҫәп уртаса айлыҡ ҡулланыу күләме буйынса иҫәпләнә, ә аҙаҡ – норматив буйынса, тип аңлата етәкселәр. Иҫәп приборҙары эшләмәһә, был хаҡта шунда уҡ коммуналь хеҙмәт күрһәткән ойошмаға хәбәр итергә кәрәк. Тағы бер мәсьәлә – коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләтеү.

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урын­баҫары Александра Авдеева биргән мәғ­лүмәттәр буйынса, уларға Өфө ҡалаһы һәм районында йәшәүселәрҙән ошондай 170 мөрәжәғәт килгән. Барыһы ла асыҡлау өсөн идарасы компанияларға, ресурстар менән тәьмин иткән ойошмаларға ебәрелгән, ҡайһы берҙәренә иҫкәртеү яһалған. Һәр хәлдә, комитетҡа килгән бөтә мөрәжәғәттәр ваҡытында тикшерелеп, аныҡ яуап биреләсәк.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас