Социаль мәсьәлә
2 Май 2023, 09:24

Заман яңы эшмәкәрлек талап итә

Заман яңы эшмәкәрлек талап итә.

БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты.БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты.
Фото:БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты.

2022 йылдың 1 сентябренән  Рәсәй Хөкүмәтенең күп ҡатлы йорттарҙа дөйөм милекте тәртиптә тотоу  һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүгә үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарары ғәмәлгә инде. Был документ  дөйөм йорт милкен хеҙмәтләндереүгә тотонолған коммуналь ресурстар өсөн түләү тәртибен көйләй. Байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙгәрештәрҙе халыҡтың аңлап бөтмәүе билдәле. Ғөмүмән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылған һәр мәсьәлә мөһим, барыбыҙҙың тормошонда ҙур урын алып тора. Ошо йәһәттән Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александра Авдееваның аңлатмаһы урынлы      булыр.

Түләүҙәрҙе иҫәпләү ысулдары һәм формулаһы төрлө шарттарға бәйле. Күп ҡатлы йортта коллектив иҫәп-хисап приборҙары, коммуналь ресурстарҙы иҫәпләгән автоматлаштырылған  системалар бармы, йорт хужалары тарафынан дөйөм милекте ҡулланыуға протокол менән нығытылған  йыйылыш ҡарары ҡабул ителгәнме – барыһы ла мөһим.   

Бөтә ҡулланыусылар ҙа, үҙе йәшәгән йорттоң  ниндәй эшлекле үҙенсәлектәргә эйә булыуына  ҡарамаҫтан,  уртаҡ милектәге коммуналь ресурстар өсөн түләргә  бурыслы. Мотлаҡ түләнергә тейешле коммуналь ресурстар иҫәбенә һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһы, һыу бүлгес хеҙмәте инә. Был иҫәпкә закон буйынса газ менән тәьмин итеү индерелмәгән, ә йылылыҡ берҙәм коммуналь хеҙмәт күрһәтеү булараҡ ҡаралған.

Яңы формула буйынса дөйөм милекте  хеҙмәтләндереүгә коммуналь ресурстарҙы иҫәпләү тәртибе  аныҡ хәлгә бәйле: дөйөм йорт счетчигы булмағанда, шулай уҡ ул ҡулланыуҙан сыҡҡанда, тикшереү ваҡыты (срок поверки) үткәндә – иҫәп-хисап норматив буйынса башҡарыла һәм артабан үҙгәреш кисермәй. Әгәр дөйөм йорт счетчигы ҡуйылып та, милек хужалары дөйөм йорт милегендәге коммуналь ресурстарҙы билдәләү буйынса ҡарар ҡабул итмәһә, иҫәп нигеҙенә норматив ҡабул ителә. Киләсәктә, ҡулланыу күләменә ҡарап, түләүҙәрҙең яңынан иҫәпләнеүе мөмкин. Әгәр йортта  коммуналь ресурстар һәм хеҙмәттәрҙе ҡулланыуҙы иҫәпләгән автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү системаһы урынлаштырылған булһа, дөйөм йорт милкен тәртиптә тотоуға коммуналь ресурстар ай һайын билдәләнә, артабан үҙгәреш индерелмәй.

Идарасы компания торлаҡҡа  һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияһында уртаҡ йорт милкен хеҙмәтләндереүгә коммуналь ресурстарҙың һәр береһе  буйынса мәғлүмәтте асыҡ күрһәтергә тейеш. Документтағы түләү суммаһы коммуналь ресурс күләме дәүмәленә йоғонто яһаған төрлө күрһәткестәргә бәйле.  Мәҫәлән, фатирҙа бер кеше теркәлгән һәм фатир  шәхси иҫәп приборҙары менән йыһаз­ландырылмаған икән, түләү бер кешегә норматив буйынса иҫәпләнә. Әгәр фатирҙа, мәҫәлән, дүрт кеше йәшәй икән, теркәлмәй йәшәгән  кешеләрҙең кәрәк-ярағына тотонолған һыу дөйөм йорт милкенә  киткән коммуналь ресурстарҙа иҫәпкә алынасаҡ.

Ресурстарҙы тотоноуҙы кәметер өсөн нимә эшләргә мөмкин? Беренсенән, шәхси иҫәп приборҙары менән йыһазландырылмаған күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең ғәмәлдәге һанын иҫәпләү буйынса саралар үткәреү, икенсенән, йорт хужала­рының  фатирҙарҙағы иҫәп приборҙары күрһәткестәрен ваҡытында тапшырыуын, уларҙы иғтибарҙа тотоуҙы, пломбалар булыуын тикшереү мөһим. Өсөнсөнән, йорттарҙа  төрлө осраҡтар арҡаһында һыуҙың бушҡа ағып тормауын  күҙәтергә кәрәк. Техник мөмкинлек булғанда, күп ҡатлы йорттарҙы   автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү  иҫәп системаһы менән йы­һазландырыу буйынса саралар күреү маҡсатҡа ярашлы.

Дөйөм йорт милкен  хеҙмәтләндереүгә коммуналь ресурстарҙың  иҫәп-хисап тәртибен  белеү һәм дөрөҫлөгөн асыҡлау өсөн фатир хужаларына тәү сиратта идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәбеҙ. Мәсьәлә хәл ителмәһә, дәүләт комитетына ошо адрес буйынса хат ебәрергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28. Шулай уҡ республика власть органдарының электрон ҡабул итеүенә яҙырға мөмкин. Бындай функция “ГИС ЖКХ” сайтында ла бар.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас