

2022 йылдың ноябрендә “Росздравнадзор”ҙың Сифат милли институты эксперттары Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһының “Медицина эшмәкәрлегенең сифаты һәм хәүефһеҙлеге” системаһы талаптарына ярашлылығын раҫланы. Был баһа медицина учреждениеһына ниндәй яңы бурыстар йөкмәтә? Коллектив яңы һынауҙарға әҙерме? Ошо хаҡта 18-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Наил ҒИЛӘЖЕТДИНОВ менән әңгәмәләштек.
– Наил Мәрхәм улы, сертификатлау һеҙҙең өсөн бик мәшәҡәтле эш булдымы?
– Лицензия алыуҙан айырмалы, сертификатлау мәжбүри эш түгел, ул ирекле ғәмәл. Беҙҙең осраҡта “Росздравнадзор” сертификаты медицина ярҙамы күрһәтеүҙең донъя стандарттарына ярашлы булыуын аңлата. 2019 йылда дауахана был процедураны Башҡортостан медицина учреждениелары араһында беренсе булып үтте һәм тейешле сертификатты алды. Беҙ республикала беренсе булып сертификатлау сараһын ҡабаттан уңышлы үттек һәм бөгөн 18-се ҡала клиник дауаханаһы – ошо документҡа эйә булған, амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәткән берҙән-бер медицина ойошмаһы.
– Был күләмле эш ниндәй ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә ала?
– Эксперттар ике көн буйы беҙҙең халыҡҡа медицина ярҙамын нисек күрһәтеүебеҙҙе күҙәтте, бөтә процестарҙы анализланы, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар менән әңгәмәләште, эске документтарҙы һәм эш алгоритмын тикшерҙе. Белгестәр хеҙмәткәрҙәрҙең белемен һәм эш күнекмәләрен төрлө йүнәлештәр – хирургик һәм эпидемиологик хәүефһеҙлек, дарыуҙарҙы һәм медицина изделиеларын дөрөҫ ҡулланыу, дауалау манипуляцияларын үткәреү, санитария ҡағиҙәләрен үтәү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса баһаланы. Эксперттар күп профилле стационарҙың һәм поликлиниканың бөтә йүнәлештәр буйынса әүҙем үҫешен, барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең сифат менеджменты системаһына тәрән йәлеп ителеүен билдәләне. Һөҙөмтәлә медицина ярҙамын хәүефһеҙ һәм юғары кимәлдә алыу өсөн пациенттың мөмкинлектәре артасаҡ. Клиника өсөн дә сертификатлауҙы үтеү эшеңде контролләү һәм артабан үҫешеү өсөн мөһим инструмент булып тора.
– 18-се ҡала дауаханаһы күп профилле ҙур медицина учреждениеһы ғына түгел, уҡыу һәм фән базаһы ла…
– Беҙҙең клиникала Башҡортостан дәүләт медицина университетының өс кафедраһы урынлашҡан: термик йәрәхәттәр һәм трансфузиология курсы менән ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы, 2-се госпиталь терапияһы һәм эпидемиология кафедраһы. Дауахана медицина училищелары студенттары өсөн уҡыу базаһы булып тора. Учреждениела эшләгән 1414 хеҙмәткәрҙең 428-е – табиптар. Улар араһында медицина фәндәре докторҙары һәм кандидаттары, Рәсәй һәм республика һаулыҡ һаҡлау отличниктары, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар бар. Урта медицина хеҙмәткәрҙәре – 443. Дауахана составында Республика тән бешеү үҙәге кеүек үҙенсәлекле подразделение ла бар. Йыл һайын унда өс меңгә яҡын пациент дауалана.
– Республикала эпидемиологик хәл тотороҡланғандан һуң бүлексәләрҙең эше лә, моғайын, үҙгәреш кисергәндер…
– Пандемия осоро коллектив өсөн ҙур һынау булды. Ике йыл буйына дауахана йоғошло ауырыуҙар госпитале бурыстарын үтәне, СОVID-19 патологияһына дусар ҡаты сирлеләрҙе ҡабул итте. Тап ошо ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуға бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ. Амбулатор-поликлиника хеҙмәте белгестәре бер смена эсендә ғәҙәттәгенән бер нисә тапҡырға күберәк ауырыуҙарҙы ҡабул итте, йыш ҡына эштә ҡунып ҡалырға ла тура килде.
Бөгөн йоғошло ауырыуҙар госпиталенең койка фонды кәметелде, беҙ ғәҙәттәге эш тәртибенә әйләнеп ҡайттыҡ. Травматология, кардиология, неврология, терапия, гинекология һәм башҡа профилдәр буйынса пландағы пациенттар өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 538 урынлыҡ стационар асылды. Пандемия осоронан һуң бында 15 меңдән ашыу ауырыу һауыҡтырылды.
Оҙайлы Яңы йыл каникулында медицина хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттәгесә эшләне. Пациенттарҙы ҡабул итергә һәр саҡ әҙербеҙ. Амбулатор-поликлиника хеҙмәте (118 мең кеше беркетелгән) планлаштырылған тәртиптә халыҡты ҡабул итте, өфөләр табипты өйгә саҡырыу мөмкинлегенән файҙаланды, теләгәндәр медицина тикшенереүе һәм диспансерлаштырыу үтте, ҡаты сирлеләрҙе дауаханаға урынлаштырҙыҡ. Байрам көндәре йыш ҡына көтөлмәгән хәлдәр, көсөргәнеш менән уҙһа ла, хеҙмәткәрҙәребеҙ бурыстарын еренә еткереп үтәргә, һәр пациенттың яҙмышына битараф ҡалмайынса, тейешле ярҙамды тулыһынса күрһәтергә тырыша.
– Наил Мәрхәм улы, бөгөн ил санкциялар ҡыҫымында йәшәгән осорҙа дарыуҙар, медицина ҡорамалдарына ҡытлыҡ булмаҫмы?
– Беҙҙең дауахана көндәлек эштә кәрәкле препараттар һәм медицина ҡорамалдары менән тулыһынса тәьмин ителгән, уларҙы яңыртыу график буйынса дауам итә. Аҙаҡҡы тапҡыр клиникаға алынған медицина ҡорамалы менән сикһеҙ ғорурланыуымды, ҡәнәғәтлек кисереүемде йәшермәйем. 160 киҫелешле компьютер томографияһы аппараты юғары диагностик кимәлдә баш мейеһе ҡан тамырҙарына, муйын, йөрәк, күкрәк, эске ағзалар һәм аяҡ-ҡулдарға ангиография тикшереүе үткәрә ала.
– Үткән йылдың медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн һәр йәһәттән дә ҡатмарлы, көсөргәнешле булыуы билдәле. Шул уҡ ваҡытта коллективығыҙ тап ошо осорҙа юғары һөнәри оҫталыҡ, эшкә бирелгәнлек өлгөһө күрһәтте. Уңыштарығыҙ рәсми документтар, наградалар һәм маҡтаулы исемдәр менән нығытылған...
– Ысынлап та, 2022 йыл коллектив өсөн иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булды. Дауахана сифатҡа идара итеү буйынса Европа фонды моделе – ЕFOM-2020 инновация моделе буйынса баһалауҙы үтте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республикала – беренсе, ә Рәсәйҙә икенсе булып, Сифат менеджменты буйынса Европа фондынан яҡшы сифатлы эшмәкәрлек өсөн дүрт йондоҙ алдыҡ. Өс йылдан һуң был юғары марканы тағы ла иҫбатларға тура киләсәк. Ҙур ышанысты аҡлау һәм яуланған үрҙәрҙе һаҡлау өсөн тырышып эшләргә тейешбеҙ. Иң юғары статус – биш йондоҙ.
Былтыр дауахана, “Башҡортостандың 100 тауары” республика конкурсында ҡатнашып, “Халыҡ өсөн хеҙмәттәр” номинацияһында лауреат исемен яуланы, “Сифат менеджментының иң яҡшы системаһы” республика конкурсында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе” республика конкурсында ҡатнашып, “Яҡшы старт” номинацияһында еңеүгә өлгәшеүебеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек. Халыҡ араһында ойошторолған “Йыл клиникаһы-2022” тип аталған тауыш биреүҙә өс номинацияла – “Иң яҡшы дәүләт стоматологияһы”, “Иң яҡшы күп профилле дәүләт дауаханаһы”, “Иң яҡшы махсуслаштырылған медицина үҙәге” (Республика тән бешеү үҙәге) номинацияларында призлы урындар яуланыҡ.
Беҙ наградалар, маҡтаулы исемдәр артынан ҡыумайбыҙ, улар төп һөҙөмтәгә ҡушымта ғына. Яуланған бейеклектәрҙе һаҡлау, пациенттарҙың мәнфәғәттәрен күҙәтеү, медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу өҫтөндә даими эшләү – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Халыҡтың ышанысын аҡлау – хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн иң мөһиме. Алдағы сертификатлау 2025 йылда үтәсәк, тимәк, хеҙмәт емештәренән пациенттарыбыҙҙың файҙаланыуы өсөн тағы ла дәртләнеберәк, илһамлыраҡ һәм яҡшыраҡ эшләү өсөн этәргес бар.
- Динә АРЫҪЛАНОВА