Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Май 2023, 14:30

Эш кәрәкме?

Ошо хаҡта тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

Эш кәрәкме?
Эш кәрәкме?

23 июндә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “ПРОФфест. Рәсәй эше” эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтә. Сара – үҙенә күрә хеҙмәттең заманса баҙары өсөн навигатор ул. Бында төрлө һөнәр белгестәре өсөн иң яҡшы тәҡдимдәр, шулай уҡ эшкә урынлашҡанда ҡайтанан уҡыу һәм дәүләт ярҙамы мөмкинлектәре буласаҡ.

Бөтә Рәсәй кимәлендәге сарала ҡатнашырға теләгән компаниялар, 25 майға тиклем түбәндәге һылтанма буйынса инеп, үҙенең ҡатнашыуы тураһында хәбәр итә ала://clck.ru/34P7bf . Сарала ҡатнашыу буйынса һорауҙарҙы түбәндәге электрон почтаға ебәрергә була: proffest_23.06@mail.ru

- Республикалағы эш биреүселәргә мөрәжәғәт итеп, сара форматы бер майҙансыҡта вакансиялар буйынса яҡшы кандидаттарҙы табыу ғына түгел, башҡа компаниялар вәкилдәре менән танышыу, тармаҡтағы яңылыҡтар тураһында белеү һәм ҡиммәтле бәйләнештәргә эйә булыу мөмкинлеге лә был. Һөнәр һайлаған йәштәргә йәрминкә хеҙмәт баҙарындағы хәлде белергә, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә, эш шарттары, хаҡы тураһында белергә булышлыҡ итә, - тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһендә 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, Башҡортостандан 260 эш биреүсе ете меңдән ашыу вакансия тәҡдиме менән сығыш яһаны. Бигерәк тә машиналар эшләү, IT-технологиялар, һаулыҡ һаҡлау, белеем биреү өлкәләре ҙур һорау менән файҙаланды.

Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20911/

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас