Сибайҙа 100-сө ғаилә барлыҡҡа килде.
Май айының йәмле көндәрендә Сибай ҡалаһында йәшәгән Любовь Панфилова менән Ридан Сөләймәнов никахтарын теркәне.
Бер-береһен яратҡан йәштәр "май айында өйләнешергә ярамай" тигән ырым-юрауға ышанып тормаған. “Иң мөһиме - бер-беребеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, ә һөйөүгә сик юҡ”, - ти йәштәр.
- Йәмле май айының йәмле көндәрендә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 100-сө ғаилә парының никахы теркәлде, - ти Граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева. — Любовь менән Ридан Сөләймәновтарҙы законлы рәүештә ир һәм ҡатын булыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Мөхәббәттәре ғүмер буйы оҙатып килһен, тормоштары матур булһын.
Фото: "Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге" сайтынан.