

15 майҙа – Халыҡ-ара ғаилә көнөндә – Башҡортостанда алтынсы тапҡыр ғаилә аҙналығы старт алды. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Бөгөн “Ғаилә хиты” акцияһында бер ойошмала эшләгән ҡатын менән ир бер-береһен Халыҡ-ара ғаилә көнө менән ҡотлай.
Иртәгә “Изгелектең ғаилә бумерангы” акцияһы башлана. Теләге булғандар балалар өсөн тауарҙар менән бүлешә ала. Әйберҙәр яңы ла, иҫке лә булырға мөмкин. Мәҫәлән, коляска, сана, велосипед һәм башҡалар.
17 майҙа “Файҙалы осрашыуҙар марафоны” башлана. Мәғариф бүлектәре, үҫмерҙәр клубтары һәм “Ғаилә” үҙәктәре белгестәре ата-әсәләргә, балаларға йәйге ялды ойоштороу тураһында һөйләйәсәк. 17 – 19 сәғәттә күп функциялы үҙәктәрҙә осрашырға була. Ошо уҡ көндө “Ғаиләләр өсөн тәүге биш маршрут” сараһы ойошторола.
18 майҙа “Сәләмәт ғаилә - сәләмәт республика” сараһында психотерапевтик үҙәктәр белгестәре ата-әсәләр, йәш парҙар һәм башҡалар менән эшләй.
19 майҙа “Ура, беҙ өйләнештек!” акцияһы планлаштырылған. Йома һәм шәмбе өйләнешкәндәргә никахты теркәгән ваҡытта ҡала-район хакимиттәре вәкилдәре ҡотлау открыткаһы тапшыра.
20 майҙа балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр форумы эш башлай.
21 майҙа “Поход со СВОими” акцияһы була. Был көндө атайҙар советы вәкилдәре, “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре, муниципалитеттар вәкилдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары өсөн походтар ойоштора.
Фото: funart.pro