“Урын кешене түгел, ә кеше урынды биҙәй” тигән әйтем Иглин районының Ҡалтыман ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Флорида Мосейчук тураһында кеүек. Ул ошо вазифала 2008 йылдан эшләй һәм үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән урындағы халыҡ араһында абруй ҡаҙанған.
Флорида Мөхәмәт ҡыҙы 1965 йылда Ҡариҙел районының Мерәсем ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң ағасты һырлап биҙәүсе-рәссам һөнәренә уҡый. Алатор ауылы егетенә кейәүгә сығып, Иглин районында төпләнә. Хеҙмәт юлын Иглин үлсәү заводында башлай, һуңынан – “Алатор” совхозында. Хужалыҡ тарҡалғас, ауыл мәктәбенә эшкә урынлаша. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Тырыш уҡытыусыға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
2007 йылдан алып бөгөнгә тиклем Флорида Мосейчук – “Берҙәм Рәсәй” партияһының Алатор бүлексәһе секретары. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, уның яҡшы остаздары була. Ауыл биләмәһенең “штурвалы”ндағы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – кешеләрҙең көнкүреш кимәлен күтәреү һәм уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итеү. Биләмәгә 12 ауыл инә. Унда 3188 кеше йәшәй: башҡорт, татар, урыҫ, белорус һәм башҡа милләттәр.
Флорида Мосейчук 15 йыл муниципаль хеҙмәттә, райондың иң ҙур, ҡеүәтле үҫешкән ауыл биләмәләренең береһенә етәкселек итә. Тәжрибәле белгес эште оҫта ойоштора. Дөйөм алғанда, 20 йыл самаһы яуаплы вазифаларҙа эшләгән, шул иҫәптән биш йылдан ашыу Алатор ауылы мәктәбе директоры булған.
Ауыл биләмәһендә үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнө, армияға оҙатыу, патриотик йыр конкурсы, Бөйөк Еңеү көнөнә арналған саралар үткәрелә, иҫтәлекле ваҡиғалар билдәләнә. Ғаилә тормошоноң юбилярҙарын хөрмәтләү ҙә йолаға әүерелгән. Хәрби операциялағыларҙың ғаиләләренә, яугирҙәрҙең үҙҙәренә ярҙам ойошторола. Ауыл халҡы гуманитар йөк әҙерләүҙә һәм оҙатыуҙа ҡатнаша.
Алатор ауылында махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Владислав Михайловҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса иҫәптә торған дүрт ветерандың икәүһенә торлаҡ һатып алыуға сертификат бирелгән. Ветерандарға даими рәүештә шәхси хужалыҡтарын, ихаталарын йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса ярҙам күрһәтелә.
– Был саралар халыҡты берләштерергә, урындағы власть менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға ярҙам итә, – ти ауыл биләмәһе башлығы.
Һуңғы йылдарҙа халыҡтың көнкүреш кимәле яҡшыра. Дөйөм майҙаны 7807 квадрат метр тәшкил иткән 94 шәхси торлаҡ йортто файҙаланыуға тапшырыу ҙа ошо хаҡта һөйләй. Социаль өлкә объекттарын, юлдарҙы ҡарауға һәм ремонтлауға, урамдарҙы яҡтыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Ауыл хакимиәтенең үҙ техникаһы бар – “МТЗ-82” һәм “Т-150” тракторҙары ярҙамында сүп-сар сығарыу, контейнер майҙансыҡтарын йыйыштырыу, ҡыш юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу башҡарыла.
Ауыл биләмәһендә алты зыярат бар. Йыл һайын Хәтер һәм ҡайғы көнөндә унда өмәләр үткәрелә. Өсөнсө йыл рәттән биләмәгә ҡараған ауылдар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. 2020 йылда Ҡалтыман ауылы муниципаль этапта еңеү яулаған, приз аҡсаһына балалар майҙансығы һатып алына һәм ҡуйыла. 2021 йылда Алатор ауылы икенсе урынды яулай, халыҡ ҡарары буйынса аҡсаны урындағы зыяратты кәртәләүгә файҙаланалар, былтыр Пушкинский ауылы беренсе урынға сыҡҡан. Әле улар республика кимәлендә ҡатнаша.
Тырыш етәксенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланған – Флорида Мөхәмәт ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, шулай уҡ башҡа наградаларға лайыҡ булған. Уңған етәксе киләсәккә лә ҙур уй-ниәттәр менән йәшәй.
Рәмилә МУСИНА