Башҡортостанда йәшәүселәр 8 – 16 йәшкә тиклемге балаларға яңы түләүҙәрҙе быйыл майҙа ала башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары булараҡ ошо хаҡта белдергәйне.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, яңы түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн шарттар – өс-ете йәшлек балаларға тәғәйенләнгән кеүек үк. Пособиелар Башҡортостандағы балаға йәшәү минимумынан алып 50, 75 йәки 100 процент күләмендә тәғәйенләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең милке лә иҫәпкә алынасаҡ.
Алгоритм түбәндәгесә. Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә (5 339,5 һум) пособие тәғәйенләнгәндә, ғаиләнең йән башына уртаса килеме халыҡтың йән башына йәшәү минимумы кимәленән кәм булғанда, пособие балаға төбәктә йәшәү минимумы кимәленең 75 проценты (8 009,25 һум) кимәлендә тәғәйенләнәсәк.
Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 75 проценты (8 009,25 һум) күләмендә пособие тәғәйенләнһә, ғаиләнең йән башына уртаса килеме халыҡтың йәшәү минимумы кимәленән кәм булғанда, пособие төбәк йәшәү минимумы кимәленең 100 проценты (10 679 һум) кимәлендә тәғәйенләнәсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостанда балалы ғаиләләр барлығы 20 төр пособие ала. Уларҙың 11-е – төбәк бюджеты иҫәбенә, туғыҙы – федераль иҫәптән. Йыл һайын республикала түләүҙәр буйынса 70 мең тирәһе балалы ғаилә мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, өстән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиеларҙы 67 987 ғаилә ала һәм уларҙа 79 519 бала тәрбиәләнә.
Күп балалы ғаиләләр иғтибарына тағы бер яңылыҡ бар: “Транспорт һалымы тураһында”ғы Законға төҙәтмәләрҙең ғәмәлгә инеүенә бәйле күп балалы ғаиләләргә түбәндәге һалым ставкалары ғәмәлдә. Бына улар:
Фото: foto.html