Социаль мәсьәлә
16 Май 2023, 06:39

Етәксенең эш көнө кәңәшмәнән башлана

“Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сыҡҡандар.

Айнур Хәсәновтың шәхси архивынан.Айнур Хәсәновтың шәхси архивынан.
Фото:Айнур Хәсәновтың шәхси архивынан.

Республикабыҙҙа башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары бар. Архангел районының Абҙан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Хәсәновты ла улар иҫәбенә индерергә мөмкин.  

Архангел районының Абҙан ауылында тыуып үҫкән Айнур Миңлислам улы Хәсәнов 2019 йылдан ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы булып эшләй, үҙен дисциплиналы, яуаплы, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле, белдекле, аралашыусан, тәжрибәле хеҙмәткәр булараҡ күрһәтә.  Иғтибарлы, һәр эште ойоштора белә, кәрәкле кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра һәм хеҙмәттәшлеккә йәлеп итә ала, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм эште йылдам башҡарыу һәләтенә эйә.

   Етәксе эш көнөн кәңәшмәнән башлай, аҙна һайын учреждение етәкселәре менән дә планерка үткәрә. Даими рәүештә ауыл учреждениеларына барып тикшерә, халыҡ һәм ауыл старосталары, күп балалы һәм имен булмаған ғаиләләр менән осраша. Ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советы менән берлектә даими иҫкәртеү эштәре алып барыла.

Яҙлы-көҙлө бөтә ауылдарҙа ла йыйындар ойошторола, унда мал көтөү, янғынды иҫкәртеү, төҙөкләндереү мәсьәләләре, шулай уҡ ауылдың көнүҙәк проблемалары тикшерелә.

  Айнур Миңлислам улы ауыл ерҙәрен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирә. Биләмә халҡының көсө менән Абҙан, Үрге Ырныҡшы һәм Ҡыҙылъяр ауылдары зыяраттары кәртәләнгән. Болон урамына юл һалғандар, ауылдарҙың урамдарын ремонтлағандар. Ул эшләгән осорҙа пляж да асылған. Шулай уҡ ҡыҙыл кирбестән мемориаль комплекс төҙөлә, мәктәп алдында светофор һәм бордюр-ҡойма ҡуйыла. Ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһендә балалар майҙансығы төҙөлгән, унда ауылдың битараф булмаған кешеләре ярҙамлашҡан. Шулай уҡ был осорҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнер майҙансыҡтары булдырылған. Әле модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башлаған. Газ үткәреү эше лә алып барыла.

Ауыл биләмәһе хакимиәте йыл һайын “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнаша, һәр саҡ еңеү яулайҙар. Уның буйынса “МТЗ-82.1” тракторы, тағылма инвентарь һәм трактор өсөн аҫылмалы ҡорамалдар һатып алғандар. Быйыл зыяраттарҙы кәртәләү проектын конкурсҡа тапшырғандар.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында өс йыл рәттән беренсе урынды яулайҙар. Шулай уҡ 150000 һумлыҡ сертификаттар алыуға өлгәшкәндәр.

Айнур Хәсәнов “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының XII съезында диплом менән бүләкләнгән, “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәһенең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” номинацияһында өсөнсө урын яулаған. Абҙан ауыл биләмәһе хакимиәте “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы” смотр-конкурсының беренсе муниципаль этабында беренсе урынға сыҡҡан. Шулай уҡ ауыл биләмәһендә “Атайсал” проекты ла уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙемдәр.

Ғөмүмән, Айнур Миңлислам улы ең һыҙғанып, дәртләнеп эшләй. Ошондай етәкселәр булғанда, тормош алға бара.

Рәмилә МУСИНА 

Читайте нас