Социаль мәсьәлә
16 Май 2023, 08:12

Шахмат тынлыҡты ярата

Һәр кем оҫталыҡ кимәлен тикшерҙе.

Уйындың иң ҡыҙған мәле, сатраш таҡта шаҡ-шоҡ килә. Сәғәт телдәре тыҡылдап арттарынан ҡыуып ашыҡтырһа ла, һәр мәрәй өсөн алышта бер кем дә һыр бирергә теләмәй! Бына шулай “Ашҡаҙар” гәзите приздарына шахмат буйынса асыҡ ҡала турниры гөрләп үтте. Был ярыштар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә арналды.

 

Айырыуса ҙур мәғәнә һалынған

 

2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәк­тә­бенең физик культура буйынса инструкторы Константин Колоколов һүҙҙәренсә, турнирҙа республиканың күп ҡала һәм райондарынан 100-ҙән ашыу шахматсы ҡатнашты.

Сараны асыу тантанаһында “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, ҡала советы депутаты, “Крап береты берҙәмлеге” спецназ ветерандары союзы ойошмаһының вице-президенты Флүр Фәттәхов, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир, офицер Олег Ташматовтың атаһы – отставкалағы офицер Закир Жорабай улы Ташматов, “Ашҡаҙар” гәзите проектының партнеры – “Березка” шифа­ханаһы директоры урынбаҫары Олег Гәрәев, 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры Рафиҡ Ибраҡов, ҡаланың шахмат федерацияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Павел Михайлов һәм башҡа ҡунаҡтар сығыш яһаны.

– Хөрмәтле шахмат һөйөүселәр, – тип башланы һүҙен Рәмил Ғәбдрәшит улы. – Барығыҙға ла уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем! Беҙ гәзит биттәрендә ҡала тормошон ғына яҡтыртып ҡалмайбыҙ, шул уҡ ваҡытта төрлө ярыштар ҙа ойошторабыҙ. “Ашҡаҙар” гәзите призына көрәш буйынса турнир, “Ашҡаҙар гүзәле” конкурсы күптән матур йолаға әйләнде. Ә бына бөгөнгө турнир беҙҙең өсөн бик үҙенсәлекле, сөнки ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә бағышлана.

Ҙур сараны үткәреүҙә ярҙам иткән өсөн әле телгә алған барлыҡ дуҫтарыбыҙға, партнерҙарыбыҙға, шулай уҡ ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә, спорт комитетына һәм йәштәр бүлегенә рәхмәт. Ошо идеяны күтәреп алып, баштан аҙағынаса ярҙам иткән 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры Рафиҡ Ибраҡовҡа айырыуса рәхмәтлебеҙ.

Артабан Флүр Фәттәхов шахматсыларға дәртләндереү һүҙҙәрен еткерҙе.

– Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзи­зов исеменән барығыҙҙы ла тәбрик­ләйем. Бөгөн һәр кем шахмат уйнай, ә элек аҡыл эйәләре генә уйнар булған. Был спорт төрөндә бер ниндәй ҙә хәйлә ҡороп булмай, сөнки бөтәһе лә асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Бары башты шәберәк эшләтеү генә уңышҡа килтерә. Был турнирға бөгөн тик “йомро баштар” йыйылған тип уйлайым. Шахмат үҙе лә тынлыҡты яратҡан кеүек, һеҙҙең йөҙҙәрегеҙҙә лә тәрән аҡыл сағыла. Үҙемдән иң яҡшы шахматсы ҡыҙға аҡсалата приз тап­шырғым килә, уның кем икәнлеген уйын аҙағында белербеҙ, – тип махсус конвертты шахмат уйындары судьяһы Андрей Бережневҡа тапшырҙы Флүр Рауил улы.

Офицер намыҫына тоғро ҡала

 

Ҡалала спортты, шахматты үҫтереү мотлаҡ, сөнки был уйынды үҙ иткән йәштәрҙең аҡылы киләсәктә аныҡ буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта редакция был эшкә тотонғанда йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү, илдә барған ваҡиғаларға уларҙы саҡ ҡына булһа ла төшөндөрөүҙе лә төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Махсус хәрби операция хаҡында һәр кем уйлана, әммә йәш спортсыларға ошо ваҡиғаға бәйле шәхестәр туранан-тура үҙҙәре өндәшһә, был инде икенсе күренеш, шуға күрә турнирҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, һәләк булған яугирҙәребеҙҙең яҡындарының сығыштары ла беҙҙең өсөн мөһим ине.

– Иң тәүҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә шахмат буйынса асыҡ ҡала турнирын ойошторған “Ашҡаҙар” гәзитенә рәхмәт белдергем килә, – тине, мәҫәлән, Закир Жорабай улы. – Улым һуңғы һулышына тиклем офицер намыҫына тоғро ҡалды, – тип күҙ йәшенә ирек бирҙе офицер. – Олег төрлө хәрби округта взвод командирынан алып бригада командиры урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтте. Төньяҡ Кавказда, Дағстан, Абхазиялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашты. 2-се дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Суворов исемендәге миҙал менән бүләкләнде. Хәрби хеҙмәте осоронда өйләнде, дүрт сабыйы тыуҙы. Ғаиләһе һәр саҡ янында булды, бер гарнизондан икенсеһенә күсеп йөрөнөләр. Һәр ваҡыт белем алырға ынтылды, 2014 йылда Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетында юрисҡа уҡып сыҡты, – тип дауам итте һүҙен улын юғалтҡан офицер.

Олег Ташматов Украиналағы хәрби операцияла беренсе көндән, десантсылар менән Гостемель аэродромын штурмлауҙан башлап ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнә, “Батырлыҡ” орденына тәҡдим ителә. Дүрт бала атаһы булараҡ, ҡалырға мөмкинлеге булһа ла, ул фронтты һайлай...

Барыһы ла шул саҡ уй-хәтирәләргә бирелеп, егеттәрҙең тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгән ваҡытта, һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Аҙаҡтан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Миңлеғәли Хәсәнов башҡарыуында моңло ҡурай яңғыраны.

Олег Миңнефән улы иһә, ошондай герой улдар үҫтергән ата-әсәләргә рәхмәт әйтеп, именлек теләне һәм Ташматовтар ғаиләһенә “Ҡайынҡай” шифаханаһына юллама тапшырҙы.

 

Ниәтебеҙгә өлгәштек

 

“Ашҡаҙар” гәзите приздарына шахмат буйынса асыҡ ҡала турнирына йыйылған шахматсылар араһында олоһо ла, кесеһе лә һынатманы. Ете турҙа барыһы ла лайыҡлы уйнаны, һәм һәр береһе еңеүгә дәғүә итте. Еңеүселәргә миҙал һәм бүләк­тәрҙе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ, әлеге ваҡытта ҡалаға ялға ҡайтҡан Сергей Кохтаев тапшырҙы. Әйткәндәй, Сергейҙың килеүе сағыу ваҡиғаға әйләнде. Залға инеүе булды, барыһы ла уның яғына боролдо. Был ҡарашта һоҡланыу ҙа, рәхмәт хисе лә сағыла ине. Ә инде малай-ҡыҙҙарҙың бергә фотоға төшөүе, миҙалын тотоп ҡарауы, өлкәндәрҙең яугирҙең ҡулын ҡыҫып, рәхмәт әйтеүе – ғү­мерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. Ошо мәлдә, Закир Ташматов сығыш яһаған минуттарҙа, гәзиттең ниәте ысынлап та маҡсатына барып етте, тигән уйҙар үтте баштан.

 

Алты йәшлек Ваня менән Кираға – махсус бүләк

 

Еңеүселәргә килгәндә, “Ашҡаҙар” гәзите приздарына шахмат буйынса асыҡ ҡала турнирында ветерандар араһынан Марсель Хөрмәтуллин беренсе урынға сыҡты, ир-егеттәрҙән Ринат Ҡунаҡҡужин, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Гаянэ Мариросян, 2006–2009 йылғы егеттәр араһынан Красноусол ҡасабаһынан килгән Тимербулат Арыҫланов, ҡыҙҙарҙан Стәрлетамаҡтан Алина Имелбаева, 2010 йылғы һәм унан да кесерәк егет һәм ҡыҙҙар төркөмөнән Арсений Гусев, Самира Ишкинина еңеүселәр тип табылды һәм “Березка” шифаханаһына юлламалар менән бүләкләнде.

Шулай уҡ иң кескәй ҡатнашыусылар – 6 йәшлек Ваня Ситников менән Кира Рысаеваға ла махсус бүләктәр тапшырылды. Ғөмүмән, турнирҙан береһе лә буш ҡул менән ҡайтманы, һәр береһе ҡатнашыусы сертификаты, “Ашҡаҙар” гәзите приздары һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының Стәр­летамаҡ бүлексәһенән, “ВСК страховка йорто” компанияһынан бүләктәр алып ҡыуанды.


Зәйтүнә КИНЙӘБАЕВА

Читайте нас