Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Май 2023, 11:37

Уртауылдар самауыр эшләй

Халыҡ матур йәшәһен өсөн тырыша.

Инзилә Шәйхетдинованың шәхси архивынан.
Фото: Инзилә Шәйхетдинованың шәхси архивынан.

Бөгөн ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән гүзәл заттарыбыҙ күп, улар был бурыстарын уңышлы башҡара. Яңауыл районының Уртауыл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Инзилә Шәйхетдинова менән танышҡас, быға тағы ла инандыҡ.  Ул 2014 йылдан Яңы Уртауыл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй.

Инзилә Фират ҡыҙы Шәйхетдинова 1969 йылда Яңауыл районының Исхаҡ ауылында тыуған. 1972 йылда Яңы Уртауылға күсәләр, ошо ауыл мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай, 2005 йылда мөдир итеп тәғәйенләнә. 2010 – 2014 йылдарҙа мәктәп директоры, ә 2014 йылда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.

– Беҙ йыл да “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ, һөҙөмтәлелек тә арта. 2013 йылда ауылыбыҙ менән ҡатнашып, дипломға лайыҡ булһаҡ, 2019 йылда конкурстың муниципаль этабында икенсе урынға лайыҡ булдыҡ. Ә инде 2022 йылда “Айыҡ ауыл”дың муниципаль этабында еңеп, әле республика кимәлендә ҡатнаштыҡ. Айыҡ тормоштоң бөтөн кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй. Беҙҙең өсөн конкурста ҡатнашыуҙың маҡсаты – халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотик ҡулланыу кеүек насар ғәҙәттәрҙең йоғонтоһонан һаҡлап ҡалыу, – ти Инзилә Шәйхетдинова.

Конкурс шарттарына ярашлы күп саралар үткәргәндәр, иҫкәртеү эштәренә айырыуса иғтибар биргәндәр – балалар, ауыл халҡы алдында медицина хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаған. Спорт өлкәһендә лә төрлө эш алып барғандар: бильярд, шахмат, шашка турнирҙары, волейбол, хәрби-илһөйәрлек саралары, көрәш буйынса муниципаль-ара бәйгеләр ойошторолған. Йыл да ауылдаштары – СССР-ҙың спорт мастеры Илус Дәүләтбаев исеменә саңғы ярыштары уҙғарыла.  

Үҙешмәкәр артистар бик матур спектаклдәр ҡуйған, концерттар менән сығыш яһаған. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ буйынса  оҫталыҡ дәрестәре үткәргән. Балаларҙы башҡорт музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү маҡсатында грантҡа ғариза тапшырғандар.

– Ауылыбыҙҙа бик күп хужалыҡ умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт бал ҡорто көнө”н ойоштороу тәҡдимен хуплап, район күләмендә “Экопасека” ҡортсолар форумы үткәрелде. Йәш быуынға тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында “Бал ҡорто ғәли йәнәптәре” конкурсы ла уҙҙы. Был сараны үҙебеҙҙең бренд сарабыҙ тип иғлан иттек.

Мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү-этнография музейы эшләй. Конкурс сиктәрендә Ғәйнан Әмири һәм Хәлим Әмировҡа арналған “Яҡташтар – Әмировтар” музейы асылды.

Инициативалы иптәштәр тәҡдим иткән “Көмөшкә аппаратын тапшырығыҙ” акцияһын ауылдаштар хуплап ҡабул итте. Шул ҡорамалдарҙан үҙебеҙҙең егеттәр – Рөстәм менән Ренат Сәрүәровтар байрамдарҙа ҡулланыу өсөн самауырҙар эшләне.  

Тәжрибәнән күренеүенсә, айыҡ тормош алып барған әүҙем кешеләрҙең йәшәйеше, төрлө сараларҙа ҡатнашыуы, янып йәшәүе барыбер иғтибарға лайыҡ, уларҙың миҫалы эскелек менән мауыҡҡандарҙың күңеленә “орлоҡ ” һалмайынса ҡалмай. Ауылыбыҙҙың имам-хатибы әхлаҡи тәрбиә биреү өҫтөндә әүҙем эшләй. Халыҡ менән йыйылышып, мәсеттең тәҙрәләрен пластик тәҙрәгә алмаштырҙыҡ, шулай уҡ Иман йортона газ үткәрҙек.

“Айыҡ ауыл” конкурсын үткәргән саҡта алты ауылдашыбыҙҙы яман ғәҙәттән арындырҙыҡ. Беҙҙең биләмәлә эшләгән эшҡыуарҙар уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итә, – ти Инзилә Шәйхетдинова.

Ауыл биләмәһендә тормош уңайлы булһын, халыҡ матур йәшәһен өсөн тырышҡан Инзилә Фират ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ.

Рәмилә МУСИНА 

Читайте нас