Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Май 2023, 19:30

“Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйбеҙ”

Участка урынына - 250 мең һум.

“Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйбеҙ”
“Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйбеҙ”

Ер алыуға сиратта торған күп балалы ғаиләләрҙең участка урынына 250 мең һумлыҡ  сертификат алыу мөмкинлеге бар.

“Беҙгә был хаҡта хәбәр иткәс, аптырап ҡалдыҡ, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнек. Ныҡ тулҡынландыҡ”, – ти Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылында йәшәгән Ширәевтәр. Уларҙың ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. “Оҙаҡламай игеҙәктәребеҙҙең тыуған көнө, матур байрамдарына көтөлмәгән бүләк булды”, – тип һөйөнә Альбина Ғәлләметдин ҡыҙы.

"Үрнәк ауылында йәшәгән Эльмира һәм Урал Кирәевтар ҙа өс бала үҫтерә, – тип  яҙа “Игенсе” гәзите. Аҡсалата сертификат алыу ғаилә өсөн ҙур шатлыҡ. Аблай ауылында йәшәгән Динә Ҡыуандыҡова өсөн дә был көн һөйөнөслө. “Сабыр итеп, көтөп алдыҡ бүләкте ”, – ти ул.

Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев сертификаттарҙы тапшырғанда күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҙур рәхмәт әйтте, һаулыҡ, уңыштар теләне. Аҙаҡ ғаиләләрҙең хәл-әхүәлен һорашты, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Лиана Ханмурзина фотолары.

“Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйбеҙ”
“Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйбеҙ”
“Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйбеҙ”
“Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйбеҙ”
“Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйбеҙ”
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас