

“Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондының Башҡортостан төбәк филиалы социаль координаторҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән артабанғы эш итеү маҡсатында уҡыуҙа булды.
Квалификацияны камиллаштырыу буйынса курста республикалағы 40 райондан һәм ҡаланан вәкилдәр ҡатнашты. 15 – 18 майҙа Ҡазан федераль университетында ойошторолған төбәк семинарында, Башҡортостан Республикаһынан тыш, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан, Ульяновск өлкәһенән социаль координаторҙар йыйылды.
Сараның маҡсаты “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондына булышлыҡ итеү өсөн яңы белем, тәжрибә алыу ине. 10 – 13 майҙа Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Дәүләт идараһы юғары мәктәбендә “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды филиалдары һәм төбәк ведомство-ара комиссиялары етәкселәре өсөн семинар-кәңәшмә үткәрелде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры, ведомство-ара комиссия рәйесе Лира Иғтисамова дәүләт фонды хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләне. “Уҡытыу төбәк филиалдары эшен мөмкин тиклем һөҙөмтәле итеп ҡороуға йүнәлтелгән. Төбәк филиалдары етәкселәре менән семинарҙа төрлө йүнәлештәр буйынса өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралды. Социаль координаторҙар эше, медицина реабилитациялауы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға психологик-неврологик ярҙам, шифахана-курорт дауалауы һәм башҡалар тураһында һөйләштек”, - тине Лира Иғтисамова.
Төбәктәге “Ватан һаҡсылары” фонды етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина социаль координаторҙарҙы уҡытыуҙың фонд эшенең төп этаптарының береһе икәнлеге һөйләне.
“Дәүләт фондының социаль координаторы – махсус хәрби операция ветерандары, уның ғаилә ағзалары, махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән ҡатнашыусының ғаиләләре менән һөйләшеүҙәрҙә төп хеҙмәткәр. Белгестәр иңендә - ҙур яуаплылыҡ һәм төп мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы. Социаль координатор махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ташламалар алыуҙа, власть органдары менән бәйләнештә, төрлө хоҡуҡи һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткәндә, психологик ярҙамға тиклем булышлыҡ итергә тейеш. Шуға быны һөнәри рәүештә, грамоталы һәм һөҙөмтәле эшләргә кәрәк”, - тип белдерҙе ул.
Фотолар: социаль селтәрҙән.