Социаль мәсьәлә
19 Май 2023, 17:33

Йәмғиәттә үҙ урындарын табырға ярҙам итәләр

Реабилитация үҙәге филиалында эш ҡайнай.

Үҫешендә тайпылыш булған балаларҙың байтағы, йәмғиәттең уларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү маҡсатында ҡабул иткән тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, өлкәнәйгәс, социаль-иҡтисади тормошҡа әҙер түгел икәнлеге асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүҙәр һәм практика һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, үҫеш етешһеҙлеге булған һәр кеше тейешле шарттарҙа тулы хоҡуҡлы шәхес була, рухи яҡтан камиллаша, үҙен матди яҡтан тәьмин итә һәм йәмғиәткә файҙалы була ала.

Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә инвалид балаларҙы уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бәйле хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә ынтылыш һиҙелерлек арта. Дәүләт кимәлендә әһәмиәтле ҡанундар ҡабул ителгән. Күп проблемаларҙы комплекслы хәл итергә мөмкинлек биргән махсус­лаштырылған учреждениеларҙың яңы төрө – реабилитация үҙәктәре системаһы барлыҡҡа килә.

Шундай үҙәктәрҙең береһе Башҡортостан Республикаһында ла уңышлы эшләп килә. Учреждение эшмәкәрлегенең маҡсаты булып һаулыҡ мөмкинлектәре сиклән­гән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн медицина-социаль, психологик-социаль, психологик-педагогик, профессиональ һәм социаль реабилитация буйынса саралар үткәреү тора. Саралар организм функцияларының тотороҡло боҙолоуы арҡаһында йәшәү эшмәкәрлегенең сикләүҙәрен бөтөрөүгә йәки мөмкин тиклем тулыраҡ компенсациялауға, инвалид баланың социаль статусын тергеҙеүгә, матди бойондороҡ­һоҙлоҡҡа өлгәшеүгә һәм уның социаль адаптацияһын булдырыуға йүнәлтелгән. Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең бөгөн өс филиалы һәм ике бүлексәһе бар. Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылында урынлашҡан реабилитация үҙәге филиалы хаҡында һүҙебеҙ.

– Беҙҙең филиал 2005 йылдан эшләп килә. Стационар бүлектә йылына 197 баланы ҡабул итәбеҙ, улар ике аҙнаға килә. Тәүлек әйләнәһенә эшләү бүлегендә ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым бүлмәләргә урынлаштырыла. Ата-әсәһе менән бергә ҡалыу мөмкинлеге лә бар. Амбулатор бүлек тә эшләй. Яҡын йәшәгәндәр көндөҙ хеҙмәтләндерелә һәм кис ҡайтып китә. Бүленеш буйынса туғыҙ районды – Балтастан тыш, Борай, Ҡариҙел, Дыуан, Мәсетле, Салауат, Благовещен, Ҡыйғы, Мишкә һәм Балаҡатай райондарын хеҙмәтләндерәбеҙ, – тине реабилитация үҙәге филиалы мөдире Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы Шафиҡова.

Медицина-социаль экспертиза белгестәре рәсми рәүештә инвалид тип танылғандар өсөн шәхси реабилитация йәки абилитация программаһын әҙерләй. Балалар инвалидлыҡ алғас, ҡулдарына Медицина-социаль экспертиза белеш­мәһе бирәләр.

Балтас районында һаулыҡ мөм­кин­лектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау филиалы тыуғандан алып 18 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе комплекслы реабилитациялай. Төрлө патологияһы булған терәк-хәрәкәт ағзалары, нервы системаһы ауырыуҙары, шул иҫәптән балалар церебраль фалижы, күреү, ишетеү ағзалары сирҙәре, тыумыштан килгән аномалиялары булғандар өсөн социаль йүнәлешле дауалау үткәрә. Социаль-медицина, социаль-психологик, социаль-педагогик, социаль-хеҙмәт һәм коммуникатив хеҙмәттәр аша инвалид балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу саралары ҡаралған. Балалар 14 көн дауамында тейешле бөтә хеҙмәттәрҙе ала. Туҡланыу – көнөнә алты тапҡыр. Меню йәшеңә ҡарап төҙөлә. Бөтәһе өс йәш төркөмө бар: өс-ете, 7-12, 12-17 йәшлектәр.

Учреждениела балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бина заманса реабилитациялау ҡорамал­дары менән йыһазландырылған: медицина, физиотерапия ҡорамал­дары, тренажерҙар һәм башҡалар. Дауалау физкультураһы залы, физиотерапия, массаж, психолог һәм башҡа белгес кабинеттары бар. Социомәҙәни реабилитация буйынса әүҙем эш алып барыла: календарь, тематик байрамдарға төрлө саралар, экскурсиялар, түңәрәк эшен ойоштороу ҡаралған.

Социаль-медицина реабили­тацияһы бүлегендә классик, сегментар, нөктә һәм умыртҡа һөйәге өсөн вибрациялы дауалау массажы эшләй. Дауалау-физкультура кабинетында иртәнге гимнастика, дауалау гимнастикаһы, механотерапия буйынса һәм башҡа эш формалары ҡулланыла. Шулай уҡ бында “Адели” дауалау костюмы бар. Ул башта совет йыһан программаһы өсөн 1960 йылдар аҙағында эшләнгән, 1971 йылда тәүге тапҡыр һыналған костюмдың өлгөһө булып тора. Ул саҡта космонавтарға йыһанда оҙайлы ауырлыҡты тоймауҙың организмға тәьҫиренә ҡаршы тороу маҡсаты ҡуйыла. Был костюм әлеге ваҡытта церебраль фалиж, баш йәки арҡа мейеһенә зыян килтереү һөҙөмтәһендә бар­лыҡҡа килгән башҡа неврологик сирҙәрҙән яфаланған, физик етешһеҙлектәре булған балаларҙы дауалау өсөн ҡулланыла.

Үҙәктә ике хеҙмәт инструкторы бар. Береһе – ҡатын-ҡыҙ, икенсеһе – ир кеше. Малайҙар менән –  хеҙмәткә өйрәтеү буйынса ир-ат, ҡыҙҙар менән ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Инструкторҙар һөнәри йүнәлеш биреү эшен алып бара.

Реабилитация үҙәгендә балаларҙың төрлө йүнәлештә ижади үҫеше педагогтарҙың әүҙем тормош позицияһы арҡаһында ғәмәлгә ашырыла. Күңел асыу саралары тәрбиәләнеүселәрҙең эшмәкәрлеген төрләндерергә мөмкинлек бирә, иң мөһиме – эмоциональ көсөргәнеш­лекте кәметеүгә, ижади һәләттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә, инвалид балаларҙы реабилитациялау процесына ыңғай йоғонто яһай.

Реабилитация үҙәгенең даими бағыусыһы бар. “Башнефть” компанияһының АНК стратегияһы һәм үҫеше буйынса вице-президенты Виктор Мишняков 10 йылдан ашыу музыка ҡоралы, телевизор, компьютер, ҡиммәтле кер йыуыу машинаһы, электр пианиноһы һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡ алырға ярҙам иткән. Үткән йәй ул 250 мең һумлыҡ йоҡо блогын ремонтлатҡан. Икенсе ҡатта урынлашҡан биш йоҡо бүлмәһенең стеналарын яңыртып буяғандар. Иҙәндең линолеумын алмаштырғандар. Быға тиклем бинаның фасады аҡланған һәм буялған булған. Виктор Викторович 2,5 миллион һумға яҡын хаҡҡа металл сайдинг менән ремонт яһатҡан. Йыл һайын бүләктәр һәм татлы күстәнәстәр менән дә килеп китә. Яңы йыл алдынан һәр бала Ҡыш бабайға ниндәй бүләк алырға теләүен белдереп хат яҙа, Виктор Мишняков уларҙың хыялын тормошҡа ашыра. Ул саңғы, фотоаппараттар, ултырып йөрөй торған ҙур машинаға тиклем килтергән. Изге күңелле бағыусыға ҙур ярҙамы өсөн үҙәк коллективы, ата-әсәләр һәм балалар рәхмәт әйтә.

Реабилитациялау үҙәгендә бөтә белгестәр ҙә юғары белемле һәм юғары квалификациялы. Логопед Альбина Ғәләүетдинова – районда көслө белгестәрҙең береһе. Тәрбиәсе Айгөл Хәбирова әүҙем ирекмән дә икән. Махсус хәрби операцияға ла даими ярҙам күрһәтә. Ғөмүмән, бөтәһе лә үҙ эшенең оҫталары.

Инвалидтарҙы реабилитациялау – бик ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс. Уларҙың көнкүреш, йәмәғәт, профессиональ һәм башҡа эшмә­кәр­леккә һәләтен тулыһынса йәки өлөшләтә тергеҙеү өсөн реабилитация үткәргәндән тыш та даими рәүештә эшләргә кәрәк. Бының өсөн үҙәк хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләр менән бик тығыҙ эш алып бара. Реабилитация курсы үткәндән һуң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өлгәшкән һөҙөмтәләр юғалмаһын һәм дауаланыу эффекты артабан дауам итһен өсөн, ата-әсәләр өйҙә үҙҙәре лә төрлө методикаға ҡоролған саралар башҡара. Был бик мөһим. Шуны күҙ уңында тотоп, үҙәк белгестәре улар менән аңлатыу эше алып бара, йыйылыштар үткәрә, кәңәштәр яҙылған буклеттар тарата.

Йәмғиәттә мөмкинлектәре сик­лән­гән, ярҙамға мохтаж балалар, реабилитация үҙәгендә юғары квалификациялы белгестәрҙең ҡулы аша үткәндән һуң, үҙҙәрен яҡшыраҡ тоя башлай. Тиҫтә көн дауаланғас, бер бала үҙ аяғында ҡайтып киткән. Был – үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур ҡаҙаныш, сөнки ҡалаҡ тотоп ашарға өйрәнеү ҙә һәйбәт һөҙөмтәне аңлата.

Һаулыҡтары сикләнгән балалар­ға йәмғиәттә үҙ урындарын табырға ярҙам итеү маҡсатында эшләгән коллективта оло йөрәкле кешеләр йыйылған. Еңел булмаған хеҙмәт­тәрендә уларға уңыштар юлдаш булһын.

Рүзилә ҠОЛОМБӘТОВА

Читайте нас