Социаль мәсьәлә
29 Май 2023, 16:30

Инвалид балалар бушлай юридик ярҙам аласаҡ

"Өҫтәмәләр раҫланды, яҡын арала закон проектын Дәүләт Думаһының пленар ултырышында ҡараясаҡбыҙ".

Инвалид балалар бушлай юридик ярҙам аласаҡИнвалид балалар бушлай юридик ярҙам аласаҡ
Инвалид балалар бушлай юридик ярҙам аласаҡ

Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты ултырышында “Түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында” Федераль pаконға үҙгәрештәр индереү тураһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡаралды.  

“Икенсе уҡыуға закон проектын инвалид балаларға түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында  положение менән тулыландырған төҙәтмәләр килде.   Өҫтәмәләр раҫланды, яҡын арала закон проектын Дәүләт Думаһының пленар ултырышында  ҡараясаҡбыҙ”, – тине Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина.

Закон проекты граждандарҙың түләүһеҙ квалификациялы юридик ярҙам алыу  хоҡуҡтарына дәүләт гарантияларын  тормошҡа ашырыуҙың тәьҫирлеген күтәреүгә йоғонто яһаясаҡ.

 

 

Фото: VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас