Социаль мәсьәлә
9 Июнь 2023, 10:52

“Һәр иртәне көтөп алам”

Яңы медицина пункттары үҫешкә этәргес буласаҡ.

Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының сафҡа индерелеүе ауылдаштарҙың медицина хеҙмәтенә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән бергә йәшәү сифатына туранан-тура тәьҫир итте. Үҙҙәренә ҡарата йылы иғтибарҙы тойоу иванайҙарҙың кәйефен күтәрҙе, ауылдың яҡты киләсәгенә өмөттө арттырҙы.

– Бөгөн тағы ла күтәренке күңел менән эшкә килдем, – тип йылмайып ҡаршыланы беҙҙе фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марина Миксоновна Ғәй­нетдинова. – Нисек шатлан­май­һың инде, ауылда ағастан һа­лын­ған иҫке медицина бинаһы урынына өр-яңы, тейешле ҡо­ра­малдар менән йыһазлан­ды­рылған фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡып сыҡты. Көн һайын ҡыуана-ҡыуана эшкә йүгерәм, һәр иртәне күтәренке кәйефтә ҡаршы алам, кешегә күп кәрәкме ни? Күңелгә ятҡан һөнәрең, яҡшы эш шарттары булһа, яҡын­дарың хөрмәт итһә, шул да етә.

Марина Миксоновна ғорур­ланып эш шарттары хаҡында һөйләй, ҡабул итеү бүлмәһе, про­цедура кабинеты, ҡорамал­дар менән таныштыра. Үрге һәм Түбәнге Иванай ауылдарының 600 кешеһе, шул иҫәптән 132 баланың һаулығын күҙәтеү – тәж­рибәле фельдшер иңендә. Былтыр Яңы йыл алдынан сафҡа индерелгән модулле медицина пункты ҡышҡы һынау­ҙарҙы уңыш­лы үткән. Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты ауы­рыуҙарҙы ҡабул итеү, дарыу­ҙар менән тәьмин итеү, йә бул­маһа прививкалар яһатыу урыны ғына түгел, уның функцияһы ҙурыраҡ, социаль баһаһы ла юғарыраҡ. Фельдшер йорттарҙа булып, пациенттарының һау­лығы, көнкүреш шарттары менән таныша, тормоштоң башҡа яҡтарына ҡағылған һорауҙарға ла яуап бирергә тырыша.

Марина Миксоновна быға тиклем Краснокама районында эшләгән. “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашып, Балтас тарафтарына эшкә килгән. 500 мең һумлыҡ сертификат алып ҡыуанған. Әлегә аҡсаһын тотонорға уйламай, “стоматология факультетында уҡыған ҡыҙым Татьянаға ярҙам кәрәк булыуы ихтимал”, ти ул. Өс балаһының береһе тап медицина юлын һайлауына әсә шатланып бөтә алмай, “табип һөнәренә һәр саҡ ихтыяж буласаҡ, сөнки ул – Ер йөҙөндәге иң кешелекле һөнәр” тип иҫәпләй Марина Ғәйнетдинова.

Ауылдарҙа яңы медицина пункттары асылыуы – халыҡ өсөн иҫтә ҡалырлыҡ мөһим ваҡиға. Төпкөл ауылдарҙа медицина ярҙамының киҫкен тороуын иҫәпкә алып, һуңғы өс йылда республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылды, һөҙөмтәлә өҫтәмә рәүештә 150 меңдән ашыу кеше медицина хеҙмәте менән тәьмин ителде. Хәҙер беҙҙә ике меңдән ашыу ФАП эшләй, ул – Рәсәйҙә иң эре селтәрҙәрҙең береһе. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Наза­ровтың вәғәҙә итеүенсә, быйыл бөтә ФАП-тар ҙа тиерлек телемедицина консультацияларына тоташтырыласаҡ, электрон “больничный” асыу һәм рецепт яҙыу мөмкинлеге булдырыласаҡ. Барыһынан да элек медицина ярҙамының профессиональ ки­мәлдә һәм сифатлы башҡары­лыуы мөһим. Эш бит яңы ҡорамалдар һәм технологиялар менән генә сикләнмәй. Төп бурысты эшлекле, һөнәри белемле кадрҙар хәл итә. 

Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, табиптарҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен яҡлау һәм дәртләндереү өсөн республикала яңынан-яңы саралар ҡабул ителеп тора. Мәҫәлән, быйылдан башлап бәләкәй ауылдарҙа эш башлаясаҡ терапевтар, педиатрҙар һәм дөйөм практика табиптары өс миллион һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ.

Быйыл һаулыҡ һаҡлау өлкә­һендә төп бурыс – уртаса көтөл­гән ғүмер оҙайлығын 73,5 йәшкә еткереү һәм сабыйҙарҙың үле­мен кәметеү буйынса эш алып барыу. Был оло йөкләмәләрҙе ауыл халҡы өсөн медицина ярҙамын яҡынайтыу, хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу менән бергә барғанда ғына тормошҡа ашырып була. Хөкүмәт Премьер-министры белдереүенсә, алдағы өс йылда республикала 12 поликлиника, 327 ФАП һәм табип­лыҡ амбулаторияһы, 24 участка дауаханаһы сафҡа индереләсәк.

Һуңғы йылдарҙа халыҡҡа социаль ярҙам күләменең бермә-бер арттырылыуын да билдә­ләргә кәрәк. Яңыраҡ үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәт­тәренә күҙ һалһаҡ, ун йыл эсендә күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр­ҙең 27 процентҡа артыуын күрәбеҙ. Хәҙер уларҙың һаны – 59 меңдән ашыу. Был йәһәттән беҙ федераль округта – беренсе, ә ил буйынса етенсе урындабыҙ. Ике йыл эсендә Башҡортостан Рәсәйҙең Тормош сифаты рейтингында 15 позицияға күтә­ре­леп, 40-сы урындан 25-се урынға күсә алды. Республикала артабан тормош сифатын яҡшыртыу буйынса федераль механизмдар ҡулланыласағы, Стратегик баш­лан­ғыстар агентлығы проекттарында ҡатнашасағы ла билдәле. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, “беҙ биш пилот проектын уңышлы тормошҡа ашырабыҙ, анығыраҡ әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллеккә ярҙам йүнәлештәре буйынса моделдәрҙе уңышлы индерҙек”.

Тормошҡа ашыраһы эштәр­ҙең ҡолас еткеһеҙ икәнлеге бәхәс тыуҙырмай, әлбиттә. Түбәнге Иванай ауылы фельдшеры Марина Миксоновна әйтмешләй, халыҡтың күҙе үткер, ҡолағы һаҡ – башҡарылған һәр эреле-ваҡлы эште күрә һәм баһалай белә. “600-гә яҡын пациенттың һөйө­нөсө – минең өсөн дә оло яуап­лылыҡ. Уларҙың ышанысын аҡ­лау өсөн тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә, өлгөрөрәк булырға кәрәк. Яңы фельдшер-акушер­лыҡ пункттарының ауыл халҡы тормошона яңы һулыш өрәсә­генә, медицина ярҙамынан фай­ҙа­ланыу мөмкинлектәренең ки­ңәйә барасағына иманым камил”.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Балтас районы

Читайте нас