Социаль мәсьәлә
10 Июнь 2023, 09:15

Өлкәндәр өсөн яңы мөмкинлектәр

Финалға Өфө районы биләмәһендә тормошҡа ашырылыусы “Оҙон ғүмерлелек юлы” проекты сыҡты...

Өлкәндәр өсөн яңы мөмкинлектәрӨлкәндәр өсөн яңы мөмкинлектәр
Өлкәндәр өсөн яңы мөмкинлектәр

Мәскәүҙә иң яҡшы әүҙем оҙайлы ғүмер өлгөләрен һайлап алыу буйынса III Бөтә Рәсәй еңеүселәре һәм финалистары иғлан ителде. Башҡортостандан ике проект һайлап алыу финалисы булды һәм илдең бөтә төбәктәрендә таратыу өсөн тәҡдим ителде. Һайлап алыу “Демография” милли проектына ярашлы бшҡарылды.

Финалға Өфө районы биләмәһендә тормошҡа ашырылыусы “Оҙон ғүмерлелек юлы” проекты сыҡты. Ул өлкәндәрҙең буш ваҡыттарын сәләмәтлеккә файҙалы,  әүҙем үткәреүе өсөн һәр кем файҙалана алырлыҡ киңлектәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ Дүртөйлө районының “Изге ай” татар фольклор халыҡ ансамбле финалға сыҡты. Ансамблдә ҡатнашыусылар театр-концерт программалары әҙерләй, байрамдарҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. Коллективтың төп өлөшө – өлкән йәштәгеләр. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортстан проекттары “Әүҙем ғүмер оҙайлығы - 2022” йыйынтығына индерелгән.

“Бөтә йәштәге кешеләр ҙә ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле тормош менән йәшәргә тейешлеге бөгөн барыбыҙға ла асыҡ. Өлкән быуынға ярҙам системалы һәм комплекслы хәл ителә. Уға гериатия ярҙамын үҫтереү, мәшғүллеккә булышыу, социаль хеҙмәттәрҙе үҫтереү, әүҙем тормош программалары һәм ирекмәнлек программалары инә. Беҙ өлкән быуын өсөн яңы мөмкинлектәрҙе киңерәк индереүҙе дауам итәбеҙ”, – тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова.

 Бер йылда проектта ҡатнашыусылар һаны 59-ға тиклем артҡан, ә заявкалар һаны  – 689-ҙан 923-кә тиклем. Быйылғы финалистарҙың күпселеге эштәрен өлкән йәштәгеләрҙе йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп итеүгә йүнәлткән. Конкурслы һайлап алыу “Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма, Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан “Демография” милли проекты ярҙамында ойошторолдо.

Фото:”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас