

Ауыл халҡына медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу һәм хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу – һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар йәлеп иткән көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Иҫке медицина учреждениелары, фельдшерһыҙ буш торған медпункттар халыҡ араһында ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыуы билдәле инде. Ошо ауыр хәлдән сығыуҙың бер юлы – медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү – Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә.
“Үҙебеҙҙекеләр”ҙең эшкә ҡайтыуы һөйөндөрә”
Дәүләт ауыл ерҙәренә, юғары белемле белгестәрҙән тыш, урта медицина звеноһы кадрҙарын да эшкә йәлеп итергә тырыша. Ошо маҡсатта 2015 йылда “Ауыл фельдшеры” программаһы булдырылды. Был яңылыҡтар ауыл халҡына, айырыуса төпкөл биләмәләрҙә йәшәгәндәргә медицина ярҙамын көсәйтеүгә булышты. Былтыр, мәҫәлән, республиканың медицина ойошмаларына 3003 табип һәм 5735 урта медицина хеҙмәткәре урынлаштырылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Дәүләт программалары белгестәргә, тәжрибә туплауҙан тыш, профессияға ярашлы күнекмәләрҙе һәм сифаттарҙы үҙләштерергә ярҙам итә. Матди дәртләндереү ҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам. Былтыр “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына ярашлы, республикала 54 табип – 1,5 миллион һум күләмендә, 37 табип бер миллион һум, 30 фельдшер 750-шәр мең һум һәм биш фельдшер 500-әр мең һум аҡса алды.
Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, табип-онколог Раушания Рәфис ҡыҙы Хәбипова ошо мөһим программаларҙы ҡабул итеүҙең район тормошона ҙур үҙгәрештәр алып килеүен билдәләне.
– Коронавирус инфекцияһын кисергәндәр араһында онкология осраҡтарының артыуын, айырыуса 60 йәштән олораҡтарҙың яман сиргә йышыраҡ юлығыуын күрәбеҙ. Яңы заманса ҡорамалдарҙа эшләүҙең сирҙәрҙе иртәрәк асыҡларға, аныҡ диагноз ҡуйырға булышыуы, һис һүҙһеҙ, статистикаға үҙгәрештәр индерә. Күрһәткестәрҙең артыуының бер сәбәбе яңы технологияларҙы киң ҡулланыуға, диагнозды иртәрәк асыҡлауға бәйле, тип әйтергә лә мөмкин. Бөгөн күкрәк биҙе, үпкә, ашҡаҙан шештәре күберәк осрай.
Дауаханаға нисәмә йыл хыял иткән маммограф, һанлы флюорограф, ФГДС аппараты, колоноскоп кеүек яңы ҡорамалдарҙың алыныуына шатланып бөтә алмайбыҙ. Заманса аппараттар пациенттарға теүәл диагноз ҡуйыуҙы еңелләштерҙе, – ти Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Раушания Рәфис ҡыҙы. Табипҡа 34 йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә байтаҡ һынауҙар үтергә, һөйөнөс-көйөнөстәр кисерергә тура килгән. Төбәктең 19300 кешеһен хеҙмәтләндереүҙең үтә яуаплы бурыс булыуы бәхәсһеҙ.
– Районда бөгөн 139 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм дүрт табиплыҡ амбулаторияһы эшләй, былтыр яңы модулле медицина пунктының сафҡа инеүе халыҡҡа ҙур шатлыҡ булды. Төбәгебеҙгә үҙебеҙҙең ерлектә тыуып үҫкән, туған-ырыуы ошонда тамырланған, ауылдаштарының йәшәйеше менән бала саҡтан яҡшы таныш “үҙебеҙҙекеләр”ҙең эшкә ҡайтыуы һөйөндөрә, – ти Раушания Рәфис ҡыҙы. – Бына шул белгестәрҙең береһе – Алһыу Раил ҡыҙы Хәйруллина һеҙҙең алдығыҙҙа…
“Мәшәҡәтле булһа ла, эшемде яратам”
Табип-эпидемиологтар тураһында лаҡаптар, ҡушаматтар халыҡ араһында “йөҙөп” йөрөй. Бөтә донъяны ялмап алырҙай булып, бик тиҙ таралған йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәшеү эпидемиологтан “детектив”, “шымсы”, “эҙәрмән” сифаттарын талап итә, тиҙәр. Кешелек бит борон-борондан төрлө эпидемия һәм пандемиялар менән бик йыш йөҙгә-йөҙ осрашҡан. Насар туҡланыу, бысраҡлыҡ, медицинаның түбән кимәле ҡот осҡос һыу сәсәге, ваба, тиф сирҙәренә килтергән һәм миллиондарса кешене ҡырған. Әлбиттә, хәҙер санитария торошо ла, фән үҫеше лә юғары. Донъялағы ҡайһы бер сирҙәрҙең таралыуын туҡтатырға, икенселәрен контролгә алырға тура килгән. Тап бына ошо хәүефле эпидемиологик хәлде Алһыу кеүек белгестәр күҙәтә лә инде.
– Пермь медицина университетын тамамлағас, тыуған Балтасыма ҙур теләк менән эшкә ҡайттым. Эпидемиолог урыны бушағанын көтөп алдым. Хатта дипломды ҡулға алғандан һуң, ял итеп тә торманым, шунда уҡ эшкә сыҡтым, – ти Алһыу Раил ҡыҙы. – Былтыр “Ауыл табибы” программаһы буйынса 1,5 миллион һумлыҡ сертификат алып һөйөндөм. Йәш белгестәр өсөн ҙур социаль ярҙам. Әлегә ул аҡсаны тотонорға уйламайым, ваҡыт күрһәтер әле, тим. Ғөмүмән, хеҙмәт хаҡын лайыҡлы, тип иҫәпләйем. Ҡайһы бер белгестәрҙе алмаштырып торорға ла тура килә, өҫтәмә аҡса түләйҙәр.
Хеҙмәтем айырым кешене һауыҡтырыуға йүнәлтелмәгән, ә тотош халыҡ тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөмә алырға тейешмен. Мин башҡарасаҡ санитар-иҫкәртеү саралары киң ҡоласлы, бер нисәһе менән генә таныштырып үтәйем. Йоғошло һәм йоғошло булмаған күләмле сирҙәргә шик тыуғанда, мотлаҡ дәүләт власы органдарын, етәкселәрҙе иҫкәртергә бурыслымын. Ауырыуҙарҙы асыҡлау, дауаханаға һалыу, эпидемиологик күрһәткестәр буйынса ашығыс иҫкәртеү сараларын үткәреү, йоғошло сир усағын һәм барлыҡҡа килеү сәбәбен асыҡлау, өҫтәмә койка-урындар булдырыуҙы ойоштороу, дарыуҙар запасын хәстәрләү, вакцина яһау һәм башҡа оператив хәл ителергә тейешле бурыстар – эпидемиолог иңендә. Һыу-тупраҡ, аҙыҡ-түлектең сифатын тикшереп торабыҙ, ваҡ кимереүселәр һәм бөжәктәр ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмай – йоғошһоҙландырыу саралары үткәрелә.
Сая ҡыҙҙар булдыра ул!
Эпидемиологтың төп бурысы – этиология агентының, мәҫәлән, микробтың нисек таралыуын аңлау, төрлө хеҙмәттәрҙе йәлеп итеп, сәбәптәрҙе бөтөрөү өсөн төрлө санитар-эпидемиологик саралар үткәреү икәнен аңланыҡ.
– Алһыу, күп кенә өҫтөнлөктәре булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәтегеҙҙең хәүефле икәнен дә билдәләргә кәрәк, хатта йоғошло сирҙе үҙегеҙ ҙә йоҡтороуығыҙ ихтимал бит. Өҫтәүенә көн һайын күпме документ, ҡағыҙ менән эшләргә тура килә…
– Әлләсе, ул хаҡта уйлап та ҡарағаным юҡ. Яратҡан һөнәрҙең дә ялҡытҡыс, ҡытыршы яҡтары булалыр инде. Уның ҡарауы, был профессияға ихтыяж һәр саҡ бар һәм буласаҡ. Йоғошло сирҙәрҙең таралыу хәүефе беҙҙе һағалап ҡына тора. Халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу буйынса мөһим эш башҡарыуыбыҙ менән ғорурланам ғына. Һүҙ юҡ, отчеттар, ҡағыҙ эше күп ваҡытты ала. Көн һайын нисә вакцина яһалғанын, пландың үтәлешен контролдә тотам. Мәҫәлән, яңы ғына ҡыҙылсаға ҡаршы утыҙ доза вакцина килтерелде, тимәк, уларҙы участкаларға тиҙерәк таратырға тейешбеҙ. Энцефалитҡа, ҡыҙылсаға, ҡотороу сиренә ҡаршы прививкалар яһайбыҙ. Эпидемиолог пациенттарҙы ҡабул итмәй, ул эпидемия сығанағын асыҡлай һәм уны бөтөрөү өсөн көс һала, медицинала бик әһәмиәтле өлкә ул.
Раушания Рәфис ҡыҙы әйтеүенсә, эпидемиолог ҡаты характерлы, талапсан һәм экстремаль шарттарҙа тиҙ ҡарар ҡабул итеүгә һәләтле белгес булырға тейеш. “Ә Алһыу Раил ҡыҙы тап шундайҙарҙан, ҡыйыу, тәүәккәл, осҡор ҡыҙ. Уға өмөтөбөҙ ҙур”, – ти баш табип урынбаҫары.
Йәш белгестең тыуған яғында ныҡлы тамыр ебәрәсәгенә ышаныс бар – сая ҡыҙға Балтастың эшһөйәр егете тәҡдим яһаған. Ә ғаилә бәхете – кеше ғүмеренең талмаҫ ҡанаты, йәшәргә һәм эшләргә көс-дәрт биргән изге ҡиммәт.
- Динә АРЫҪЛАНОВА
Балтас районы