

Республикабыҙҙа бер нисә йыл дауамында “Айыҡ ауыл” конкурстары үтә һәм йылдан-йыл халыҡтың иғтибарын үҙенә күберәк йәлеп итә. Тәүҙәрәк: “Шул да булдымы конкурс... Эскән кеше барыбер эсә инде...” – тип сараға ышанмайыраҡ ҡарағандар ҙа бөгөн икенсе төрлө фекер йөрөтә, донъяға ҡарашын үҙгәртә, йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы хаҡында тәрәнерәк уйлана. Ваҡытлыса ғына ләззәт биргән насар ғәҙәттәр, йыш ҡабатланып торған кәйеф-сафа ҡороуҙарҙың йүнлегә алып бармаҫы билдәле, әлбиттә. Тап “йәшел йылан” ҡорбандары арҡаһында ғаиләләрҙә проблемалар килеп тыуа, улар тарҡала, балаларҙың борсоулы йөҙҙәре, туғандарҙың, күрше-күләндең ризаһыҙ ҡарашы тойола.
Ауылдаштарым Лилиә һәм Рәйсә (билдәле сәбәптәр арҡаһында исемдәр үҙгәртелде) менән ҡорған эскерһеҙ әңгәмәбеҙҙә лә һүҙебеҙ ана шул турала барҙы. Ҡасандыр яңылыш юлдан барған был ике ханым бөгөн тормошҡа бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарай, яңыса фекер йөрөтә һәм үткәндәре өсөн үкенеүҙәрен йәшермәй. Икеһе лә тулы ғаилә ҡороп йәшәй, балалар үҫтерә хәҙер.
– Ҡыҙҙар, һеҙ йәшәү асылын, тормош мәғәнәһен нимәлә күрәһегеҙ?
– Тыныс, матур йәшәүҙә инде... Тормошоң етеш булһа, йәмәғәтең менән татыу, бер-береңде аңлап йәшәһәң, артығы кәрәкмәй ул. Тормоштоң асылы ла шунда бит.
– Бөгөн беҙҙә “Айыҡ ауыл” исеме өсөн ныҡышмалы көрәш бара. Көн дә тиерлек бик күп саралар үтеп тора. Ауылдаштар ҙа конкурстың мөһимлеген, кәрәклеген аңлап, дәррәү генә күтәреп алдылар. Ә һеҙ ватандаштарыбыҙҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырған ошо сараға нисек ҡарайһығыҙ?
Лилиә:
– Кәрәкле, ваҡытлы, айыҡлыҡҡа әйҙәгән сара, тип уйлайым. Кемдеңдер тормошҡа ҡарашы, холҡо үҙгәрә... Мин хуплайым ғына.
Рәйсә:
– Ауыл халҡының ошондай етди конкурста икенсе йыл рәттән илһамланып, дәртләнеп ҡатнашыуына шатланам. Үткәрелгән саралар кешеләргә көс бирә, аңдарын үҙгәртә. Урамдарҙа ауа-түнә йөрөгәндәрҙең кәмеүе – быға асыҡ миҫал. Кешеләрҙең бер-береһе менән яҡындан аралаша башлауы һөйөндөрә, берләшеүҙәрен хуплайым. Үҙем дә сараларҙа ҡатнашырға тырышам. Мәҫәлән, мәҙәниәт йортонда ойошторолған аэробика дәрестәренә йөрөнөм, әммә сәләмәтлегем арҡаһында был шөғөлдө әлегә ҡалдырып торам.
– Килендәр һәм ҡәйнәләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
Рәйсә:
– Үҙем дә ҡәйнәмен хәҙер. Шуға ла бер ҡәйнә лә килененә насарлыҡ теләмәйҙер, тип уйлайым. Ҡәйнә менән дә йәшәнем... Әлбиттә, арала гел генә яҡшы мөнәсәбәт булмай, талашып, әйтешеп алған саҡтар ҙа булғылай. Әммә бер ҡасан да асыу һаҡлап, үпкәләп йөрөмәнек бер-беребеҙгә. Бар нәмәне уртаға һалып һөйләшеп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәргә тырыштыҡ.
Лилиә:
– Улын яратҡас, әсәһен дә яратаһың инде... Ҡәйнә лә әсәй кеше бит! Үҙ балаһын яҡлап, уны өҫтөнөрәк күргән саҡтарын кисерергә тура килә.
– Кеше ни өсөн рюмкаға ҡул һуҙа икән?
Лилиә:
– Заман ауырлыҡтары алдындағы сараһыҙлыҡ, уныһын-быныһын еткерә алмау, тормош ығы-зығыһы сәбәпсе инде... Артабан кеше бар йыуанысын рюмка төбөндә таба...
Бына ошолайыраҡ һөйләшеү булды. Араҡыны ташлауҙарының төп сәбәптәре – юлдан яҙып барыуҙарын аңлау, донъяға икенсе күҙлектән ҡарау, балалар яҙмышын хәстәрләү, уларға нисек тә дөрөҫ тәрбиә биреү, кәм-хур итмәй үҫтереү, кеше итеү. Афарин!
- Мотал РӘМОВ
Баймаҡ районы