

“Бер нисә йыл элек, һаулығым ҡаҡшау сәбәпле, оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡҡайным. Шул көндәрҙән алып ҡан тапшырыу тураһында уйым бар. Тик нимәнән башларға? Донорҙарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?
Ф. БАРЫЕВ”.
– 500 миллилитрға тиклем ҡан тапшырыу кеше сәләмәтлеге өсөн зыянһыҙ һәм хәүефһеҙ икәнлеге ғилми тикшеренеүҙәр, ғәмәли күҙәтеүҙәр тарафынан раҫланған. Даими ҡан биреү организмға ыңғай йоғонто яһай.
Ҡан биреүгә нисек әҙерләнергә:
l алдан һәм ҡан биргән көндә майлы, ҡыҙҙырылған, быҡтырылған, шул иҫәптән итле, балыҡлы, һөтлө аҙыҡ-түлек, йомортҡа, май, шоколад, сәтләүек, авокадо, сөгөлдөр һәм банан ашау тыйыла;
l ҡайнатма менән сәй, һут, морс, компот, минераль һыу эсеү, шулай уҡ икмәк, һыуҙа майһыҙ бешерелгән ярма, макарон, йәшелсә, еләк-емеш (авокадо, сөгөлдөр һәм банандан тыш) ашау яҡшы;
l ҡан хеҙмәте ойошмаһына барырҙан 48 сәғәт алда алкоголь, аспирин һәм анальгетиктарҙан торған дарыу эсергә ярамай;
l донацияға тиклем бер сәғәт алдан тәмәке тартыу ҙа кәңәш ителмәй;
l ҡан юғалтыуҙы организм иртәнсәк яҡшыраҡ кисерә, шуға быны иртәнге сәғәттә башҡарыу яҡшы. Сәғәт 12-нән һуң даими донорҙарға ғына тәҡдим ителә;
l төнгө дежурҙан йәки йоҡоһоҙ төндән һуң ҡан бирергә кәңәш ителмәй;
l имтихан, ярыш, ҡыҙыу эш ваҡытында ла ҡан биреүҙе планлаштырмағыҙ.
Әйткәндәй, ҡан биргән һәм медицина тикшереүе үткән көндә донор эштән азат ителә һәм ошо көн өсөн уға уртаса эш хаҡы һаҡлана. Әгәр хеҙмәткәр, хакимиәт килешеүенә ярашлы, ҡан биргән көндә эшкә сыҡһа, уның теләге буйынса иртәгәһенә ял көнө бирелә һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана.
Әгәр йыл һайын бирелгән отпуск мәлендә, ял йәки байрам көнөндә ҡан бирһәгеҙ, үҙегеҙҙең теләгегеҙ буйынса икенсе көндә ял бирелә йәки бының өсөн ике тапҡыр күләмдән кәм булмаған эш хаҡы түләнергә тейеш.
Шулай итеп, һәр ҡан бирелгән көндән һуң өҫтәмә ял бирелә һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана. Донорҙың теләге буйынса был көн йыл һайын бирелгән отпускыға ҡушылырға йәки йыл әйләнәһенә иртәгәһенә файҙаланырға мөмкин.
Бынан тыш, ҡан тапшырған көндә туҡланыу өсөн йәшәү минимумының биш процентын тәшкил иткән күләмдә компенсация түләнә.
Йыл буйына мөмкин булған доза ҡанды ике тапҡырға күберәк биргәндәргә иһә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтелә: уларға эш йәки уҡыу урындарында шифахана йәки курортҡа юллама тәү сиратта бирелә.
Күп тапҡыр ҡан биргәндәр өсөн дәртләндереү саралары ҡаралған. Донор бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәрҙе 2023 йылдың 13 февраленән һуң, йәғни 101-се тапҡыр ҡан тапшырғас, аласаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА